Лампочка өләшһәң яраймы?
30 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беҙ шул тиклем матур осорҙа йәшәйбеҙ. Хәҙер йәнең нимә теләй, шуны һатып алырға була: тауарҙы урам буйлап та һатып йөрөйҙәр, өйгә лә килтереп бирәләр. Магазиндарҙың да ниндәйе генә юҡ. Ә бит шундай ваҡыттар ҙа булды, көнкүрештә иң кәрәк әйберҙәр йә прилавка аҫтынан таныш-белешкә генә һатыла, йә бөтөнләй күпмелер ваҡытҡа юғала торғайны.
Бер Ураҙа ваҡытында шундайыраҡ хәл була. Гөлъямал инәй ауыҙ астырырға булып, ауылдың теге осонан был осона төшөп ярайһы уҡ күп кенә ҡунаҡтар саҡыра. Балалары ситтә булғас, инәйгә өҫтәл әҙерләү ауырға төшә. Бик ныҡ арый инәйебеҙ. Ғәҙәттә, беҙҙең
ауылда Ҡөрьәнде ике мәртәбә, ашар алдынан һәм ашап туйғандан һуң уҡыталар. Шулай уҡ хәйерҙе лә 2 мәртәбә (2 урау) өләшәләр.
Мулла аяттарын уҡып, теләктәрен әйтеп бөткәндән һуң Гөлъямал инәй хәйер өләшәйем тиһә, һандыҡ асҡысын таба алмай. Эҙләп ахмалға төшә. Уңайһыҙланыуҙан ни эшләргә белмәй, ә  ҡунаҡтарҙың быға артыҡ иҫтәре китмәй, хәйер өмөт итеп ултырмаһалар ҙа, ашап туйынып алғас, рәхәтләнеп теге остағы, был остағы хәбәрҙәрҙе уртаға һалып, көлөшә-көлөшә гәп һаталар. Арыған ҡарсыҡты йәлләп ҡайтып китһәләр ҙә булыр ине, юҡ, ҡайтырға уйҙарында ла юҡ. Аптыраған, ни эшләргә белмәгән инәй: "Хәйергә лампочка өләшһәң яраймы икән?” – тип өндәшә. "Лампочка” һүҙен ишеткәс, шатлыҡтарынан ҡолаҡтары ҡарпайһа ла, тегеләр һиҙҙермәҫкә тырышалар. Араларынан берәүһе, юҡтан да ҡыҙыҡ табып шарҡылдап көлә торған Роза исемлеһе:
- Әллә, әллә, ошо йәшемә етеп, күпме Ҡөрьәнгә йөрөп, лампочка өләшкән кешене күргәнем юҡ ине, - ти. - Өләшергә әйбер тапмағас, ярайҙыр инде, - тип өҫтәп тә ебәрә.
Инәй аҙарына-аҙарына:
- Йә инде, ҡыҙҙарым бабайҙың йылын уҡытҡанда өләшерһең, үҙебеҙ ҡайта алмайбыҙ, тип матур-матур шәл-яулыҡтар, еләкле еҫле һабындар алып ҡайтҡандар ине. Шуларҙы өләшермен, тип ниәтләп тә ҡуйғайным, -
ти.
- Ниәтләгәс, ниәтте үтәргә кәрәк, ти бит. Ярай, әҙерәк ятып, серем итеп ал, арыуың да бөтөр, асҡыстарың да иҫеңә төшөр. Беҙ ни, булмаһа, бер ыңғай сәхәр ашап та ҡайтһаҡ була инде, хәҙер сәхәргә лә күп ҡалманы, аш-һыуың да күп, - ти әлеге шул Роза исемле ҡунағы шаяртып.
- Мин бит сәхәр ашамайым, - ти инәй ярайһы уҡ ҡыҙып китеп, шунан дөп-дөп баҫып кәбәркәһенән бер йәшник лампочка килтереп ултыртмаһынмы! (Шул осор магазиндарҙа лампочкалар, порошок, һабын кеүек әйберҙәрҙең юҡҡа сыҡҡан мәле ине, инәйҙең ҡайһылыр ҡыҙы ҡалала база мөдире булып эшләгән була). Матур ғына итеп өләшеп сыҡҡас, хәйергә доға ҡылалар.
- Күстәнәстәр ҙә алып ҡайтығыҙ, сәхәрҙә тәмле итеп сәй эсерһегеҙ, - ти тамам арыған инәй.
Ҡунаҡтар ни, ҡуҙғалырға ла уйламай, һаман гәп һатыуҙарын беләләр. Икенсе урау хәйер өмөт итәләрҙер, тип уйлап, кәбәркәнән тағы бер йәшник килтереп ултыртмаһынмы. "Кер һабыны яраймы икән?” - ти инәй тауышын күтәреберәк.
- Ярай, ярай, - тиҙәр ҡунаҡтар, бер тауыштан.
Тиҙ генә уныһын да өләшә һалып, иркен тын алып, күлдәк өҫтөнән кейгән халатын сисеп ебәрә. Үҙе лә һиҙмәҫтән, өйрәнгәнсә, ҡулын кеҫәһенә тыҡһа, асҡыстары шунда. "Ай, әттәгенәһе, алдындағын 60 йыл эҙләгән”, - тип асҡыстарын һөйрәп сығара. Ҡунаҡтар ҙа шул ваҡыт ҡайтырға ҡуҙғала башлайҙар.
- Ярай, еңгә, уҡытҡан Ҡөрьәндәрең ҡабул булһын, бабайың тыныс йоҡлаһын, төшөңә кереп йөрөмәһен, бар ниәттәрең дә тормошҡа ашһын, - ти бер нәҫел тейешлерәге. "Бабай”, "төш”, "ниәт”, тигән һүҙҙәр тағы һиҫкәндереп ебәрә инәйҙе.
– Ҡуҙғалмағыҙ әле, ултырығыҙ, ҡабаттан сәй яңыртып ебәрәйек, үҙемдең дә тамаҡ кибеп китте, ниәттәремде лә тормошҡа ашырайым, - тип теге һандыҡтағы шәл-яулыҡтарҙы ла, еҫле һабындарҙы ла өләшеп, тағы сәй менән һыйлап ҡунаҡтарын оҙата. Хужаға ҙур рәхмәттәр әйтеп, Алла бирһә киләһе йыл тағы осрашырға яҙһын тип, йылмайыша-көлөшә ҡунаҡтар ҙа таралыша.
Рима РАФИҠОВА.
Юлыҡ ауылы.