Илһөйәрҙең дуҫтары
13 июля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Илһөйәр Мортазина (һулда) Ҡаранйылға ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева менән.Илһөйәр Мортазина (һулда) Ҡаранйылға ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева менән.   "Китап ене ҡағылған” һылыуҙың бөгөн Сәйетбаба ауылы китапханасыһы булып эшләүе ғәжәп түгел.
Китапханасы. Бәғзе берәүҙәр өсөн ул йылы бүлмәлә кемгәлер китап биреп, икенселәренекен ҡабул итеп, шуны махсус кенәгәгә теркәп ултырған тыныс ҡына эш кеүек тойола. Кемдер өсөн, бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә Илһөйәр Мортазина өсөн хас сифат түгел был. Китапты яратыуҙан тыш халыҡ менән бәйләнеш булдыра, ихлас аралаша белеү мөһим. Әлбиттә, кешегә ниндәйҙер әҫәр тәҡдим итерҙән алда үҙең дә, һәр яңы баҫманы белеп, танышып барырға, мәғлүмәтле булырға тейешһең. Тап ошо сифаттары менән алсаҡ ханым бөгөн китапхананы ауыл халҡы йыйылып һөйләшер, уҡыған китабы хаҡында фекер алышыр мәҙәни усаҡҡа әүерелдергән.
   Балаларҙың мыш-мыш килеп китап һайлауын, уҡыусыға холоҡ-фиғеленә тап килгән баҫма эҙләп биреү, шунан ҡыуаныс табыу – барлыҡ китапханасылар өсөн дә хас сифаттыр.
   - Аллаға шөкөр, халыҡ ихлас йөрөй, - ти китапханасы. – Балаларҙан Гүзәлиә Юлбарисова иң күп китап уҡыусы булһа, өлкәндәрҙән Рафиҡ Юлбарисов, Илдар Яҡупов, Анатолий Степановтарға етеүсе юҡ.
Китапхана фонды бай, ул яңынан-яңы әҫәрҙәр менән тулыланып тора. Ә матбуғат баҫмалары күпме бында!
   - Ҡулға яңы китап алғас, уны асып уҡыр алдынан булған ғәжәп рәхәт тойғолар беҙҙең хеҙмәттең иң татлы, бәхетле минутылыр, моғайын, - ти Илһөйәр Шамил ҡыҙы.
    Мәғлүм булыуынса, Сәйетбаба - иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Ошо ауылдан ғына тиҫтәләгән яҙыусы үҫеп сыҡҡан. Уларҙың да яңы китаптары хаҡында әңгәмәләр, һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, авторҙар менән осрашыуҙар, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре йыш ойошторола. Барыһын йәнле, фәһемле итеп ойоштороу өсөн күңел йылыһын, көсөн, белемен ҡыҙғанмай Илһөйәр Шамил ҡыҙы.
Балаларҙы китапханаға йәлеп итеү маҡсатынан төрлө саралар йыш үткәрелә. Кескәйҙәр өсөн "Беҙ - бала саҡ иленән” тигән түңәрәктә башланғыс класс уҡыусылары һүрәт төшөрә. "Оҫта ҡулдар”ҙа иһә төрлө эштәргә өйрәнә. Кәштәләрҙә урын алған әйберҙәргә ҡарайһың да, ҡара, ябай ғына нәмәнән дә мөғжизә тыуҙырырға була икән, тип һоҡланаһың.
   Күптән түгел Өфөлә йәшәүсе һәүәҫкәр скульптор Ләлә Камалетдинова яҡташтары янына ҡунаҡҡа ҡайтып, оҫталыҡ дәресе үткәргән, үҙенең ижады менән таныштырған. Йәнә үҙе эшләгән төрлө һындарҙы бүләк иткән. Балалар уларҙы Илһөйәр апайҙары ярҙамында буяп, үҙҙәренең һәләтен үҫтерә. Кем белә, бәлки, киләсәктә ошо уҡыусылар араһынан скульпторҙар үҫеп сығыр!?
   Йәй. Мәктәптәр бушап ҡалған. Барса халыҡ йәйге хәстәрлек менән йәшәй. Бер ҡараһаң, был осорҙа китапханала ваҡытлыса һиллек булырға тейеш кеүек. Ә Сәйетбабала улай түгел. Бында һәр ваҡыттағыса йәнле, күңелле. Кемдер ҡыштырҙата-ҡыштырҙата яңы гәзит-журналдарҙы уҡый, икенселәр күңеленә ятышлы китап эҙләй.     Барыһы ла үҙ эшен сикһеҙ яратҡан Илһөйәрҙең яҡын дуҫтарына әүерелгән улар.
Венер ИСХАҠОВ.
Өфө ҡалаһы.