Сәхнә - минең яҙмышым…
29 сентября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул хозур тәбиғәтле Уҡлыҡая итәгендә, йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Имәндәш ауылында тыуған. Тирә-яҡта данлыҡлы һунарсы Ғәббәс һәм уның ҡатыны Ғәйшә Түзбәковтарҙың ғаиләһендә 7 баланың икенсеһе булып донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән атаһы менән һунарға йөрөп, бар эшкә лә өйрәнеп, ныҡышмал, үткер, сая булып үҫә. Тыуған ауылында 8 класты тамамлағас, 11 саҡрым алыҫлыҡтағы Сәйетбаба ауылына йөрөп уҡый. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ сәхнәнән төшмәй һәләтле ҡыҙ.
- Урта мәктәпте тамамлап "әртислеккә” уҡырға китергә йөрөгәндә әсәйем юл фажиғәһенә осрап, ғүмерлеккә зәғиф ҡалды. Шул арҡала ауыл клубында мөдир булып эш башланым, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы.
Йәш булһа ла ең һыҙғанып эшкә тотона ул. 1966 йылда 30 кешенән торған коллектив менән район смотрында уңышлы сығыш яһаған һәләтле ҡыҙ Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Ошо баһа уны ҡанатландырып ебәрә. Артабанғы яҙмышын сәнғәттән башҡа күҙ алдына килтерә алмаған ҡыҙ 1 йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Бында ла һынатмай - тик "5”-кә генә уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, комсомол  комитеты секретары була.
1969 йылда режиссер һөнәре алып Еҙем-Ҡаран клубына мөдир булып эшкә ҡайта. Яғырға утыны, уйнарға музыка ҡоралы, кейергә сәхнә кейемдәре булмаған ярым емерек иҫке клубта эш башлай ул. Ауыл халҡын ылыҡтырып бер нисә спектакль, байрам кисәләре әҙерләп мәҙәни тормошто дөрләтеп ебәрә Әлфиә апай. Ошонда ул үҙенең ғүмерлек ишен – Фринад ағайҙы осрата. Тәү күргәндә армиянан ялға ҡайтҡан ғына егет алсаҡлығы, эскерһеҙлеге менән ҡыҙҙың күңелен яулай. 1970 йылда йәштәр гөрләтеп туй яһап өйләнешә. Ошо уҡ йылда эш күрһәтеп өлгөргән тырыш йәш белгесте Красноусолға район мәҙәниәт  йорто директоры итеп күсерәләр. Тормош иптәше Фринад райкомдың ДОСААФ рәйесе булып эш башлай.
- Ленин клубының бер бәләкәй генә бүлмәһендә 6 хеҙмәткәр менән эш башланыҡ. Бер аҙҙан драма коллективы етәксеһе, театр белгесе булараҡ, үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе, туғандарҙы йәлеп итеп, урыҫлашып бөткән Красноусол халҡы араһынан бөртөкләп һәләтле кешеләрҙе йыйып, М.Кәримдең "Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәгә сығарҙым. Ошо спектаклебеҙ менән телевидениела тура эфирҙа сығыш яһау бәхете лә тейҙе беҙгә. Театрҙың һүнмәй ышаныслы ҡулдарҙа һаман да үҫеүе ҙур ҡыуаныс минең өсөн, - ти Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы.
Шулай итеп,  хәҙерге ваҡытта "Халыҡ театры” исемен лайыҡлы йөрөткән Ғафури теат-рына нигеҙ һалып, 1974 йылда ире Фринад, 3 йәшлек улы Флорид менән яңынан Еҙем-Ҡаранға ҡайталар. Тағы ла баштан-аяҡ эшкә сума Әлфиә апай – концерт, спектаклдәр, урам байрамдары әҙерләй, хужалыҡтың ялҡынлы агитаторы, урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыусы, әүҙем ауыл хәбәрсеһе лә була. 1976 йылда икенсе улдары Әлфир тыуа. Уңған ҡатын өйҙә лә донъя көтөп өлгөрә, эштә лә һынатмай. Ләкин йәш ғаиләне ҡайғы һағалап торған була – 9 йәшлек Әлфир уйнап йөрөгән ерҙән йығылып, ата-әсәһен ҡара ҡайғыларға һалып яҡты донъянан китә. Бөтә түҙемлеген, сабырлығын йыйып, бар көсөнә эшкә егелә ул. Бер аҙ йөрәк яралары уңалып ҡына барғанда, әсәһен фалиж һуға. 10 йыл буйы түшәктә ятҡан әсәләрен 2 һеңлеһе менән алмашлап ҡарап һуңғы юлға оҙаталар. Был ауыр йылдарҙа бар ҡыуанысы яратҡан эшендә, ныҡлы терәге, таянысы ғаиләһендә була. 1980 йылда китапхана мөдире булып эшкә күсһә лә, мәҙәниәт йортонда үткән бар сараларҙың ойоштороусыһы ла, алып барыусыһы ла ул була. Яратҡан һөнәрен – драма түңәрәген дә ташламай, ул әҙерләгән спектаклдәр районда үткән "Театр яҙы” фестивалендә йыл һайын призлы урындар яулай. Уның репертуарында М.Кәримдең "Айгөл иле”, Ә.Атнабаевтың "Шоңҡар”, "Ул ҡайтты”, "Әсә хөкөмө”, И.Абдуллиндың "Айһылыуҙың айлы кистәре”,  Х.Зариповтың "Их, кәләше лә, кәләше” һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәре бар. Һуңғы спектаклде хаҡлы ялда булһа ла ҡуйып, тормош иптәше Фринад ағай менән парлы ролдәрҙә уйнап, Еҙем-Ҡаран театрына "Халыҡ театры” исемен алып биреп китә Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы. Китапхана эшен дә үҙенә генә хас дәрт менән ойоштороп йәнләндереп ебәрә ул. Уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн "Ғаилә һәм китапхана”, "Әкиәттәр илендә” кеүек тематик, яҙыусылар, шағирҙарҙың ижад кисәләре, телдән журналдар үткәреү мәҙәни тормошто тағы ла сағыуыраҡ итә.
Һәр йыл һайын район һабантуйҙарында Әлфиә апай әҙерләгән М.Ғафури колхозы тирмәһе 1-2-се урындарҙы яулай. Мәктәп уҡыусылары менән дә ҙур эш алып бара – араларынан һәләтлеләрҙе һайлап, йыр-бейеүҙәр өйрәтә, ижадҡа, сәнғәткә ылыҡтырыуға күп көс һала. Үҙе лә республикала бер нисә йыл рәттән уҙғарылған "Тальян гармун” фестивалендә ҡатнашып, бик күп дипломдар менән бүләкләнә. Һәүәҫкәр фотограф булараҡ, иҫтәлекле ваҡиғалар, мәҙәни сараларҙы, тәбиғәт күренештәрен төшөрөп бер нисә альбом яһап ҡуя тынғыһыҙ ханым.
Яҡташтары араһында ауыл хәбәрсеһе булараҡ та билдәле Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы. Хеҙмәт батырҙарын, ауыл уңғандарын, көнүҙәк мөһим мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан үткер мәҡәләләре "Йондоҙ”, һуңынан "Табын” гәзитендә даими баҫыла. Бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты булған әүҙем йәмәғәтсе оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын да башҡара.
Тормоштары яйланып ҡына барғанда тағы ла ҙур ҡайғы кисерә Исҡужиндар ғаиләһе – үҙ донъяһын ҡороп, өйләнеп, 2 бала үҫтереп йәшәп ятҡан оло улдары Флорид һыуға төшөп һәләк була. Кеше күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыларға бирешмәҫкә тырышып, кеше араһына сығып, эштәрен дауам итәләр улар.
- Йөрәгемдәге ҡайғыны эш менән баҫып, ниндәйҙер шөғөл менән әүрәргә тырыштым. Ейәнем менән ейәнсәремә бар ғүмеремде бағышланым. Ауырлыҡтар алдында бирешмәү, ныҡыш булыу атайымдан киләлер. Ейән-ейәнсәремдең дә үҙебеҙ кеүек тормош яратыусы, көслө ихтыярлы, тәүәккәл кеше булып үҫеүҙәрен теләйем, - ти Әлфиә апай.
Хеҙмәте менән оло абруй, тамашасылар, ауылдаштары һөйөүен яулаған Әлфиә Ғәббәс ҡыҙының эше бик күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, лауреат исемдәре менән баһаланған. Улар араһында 1996 йылда бирелгән Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы, 2002 йылда лайыҡ булған "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме, 2007 йылда Шәжәрә байрамдарын әҙерләп үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты, 2012 йылда Ғафури халыҡ театрының 40 йыллыҡ юбилейы айҡанлы бирелгән район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһының булыуы менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана хеҙмәт ветераны. Әлбиттә, бар уңыштары, яулаған бейеклектәрендә Әлфиә апайҙың ғүмерлек юлдашы, терәк-таянысы Фринад Ғилметдин улының да өлөшө ҙур. Һәр ваҡыт сәхнәлә, кешеләр араһында, бөтә мәҙәни сараларҙың, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаған тормош иптәшенең иң тәүге кәңәшсеһе лә, ярҙамсыһы ла ул була. Бына инде 50 йылға яҡын барлыҡ туғандарын ҡыуандырып, дуҫ-иштәрен һоҡландырып татыу, бәхетле ғүмер итә Исҡужиндар. Йор һүҙле, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө сәхнә ветераны хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай, һаман да мәҙәни тормоштан ситләшмәй, төрлө сараларҙа ҡатнашырға форсат таба. Һуңғы йылдарҙа асылған тағы ла бер һәләте – шиғырҙар ижад итеүгә лә ныҡлап тотонған ул. Ижад емештәре 2015 йылда сыҡҡан "Мағаш та-уышы” шиғри йыйынтығында донъя күргән, гәзит биттәрендә лә баҫылып тора. Уның шиғырҙарында бар булмышы, эске донъяһы, йөрәк тибеше, уй-хистәре сағыла. Иң ҡәҙерле бүләк – Хоҙай биргән ғүмерҙе, тыуған яғын, яҡташтарын, туғандарын, ғаиләһен өҙөлөп яратҡан Әлфиә Ғәббәс ҡыҙына тағы ла оҙаҡ йылдар һәр яңы көнгә ҡыуанып, сәләмәтлектә, шатлыҡта, бәхеттә йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.