“Тәнгә сихәт, йәнгә дауа ҡойо һыуы”
26 октября 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Тамашаның темаһына ярашлы матур итеп биҙәлгән сәхнә түренә алып барыусылар – КБГИ хеҙмәткәрҙәре Ирина Вафина менән Альбина Ишкина "Красноусол” курортында технолог булып эшләүсе Венера Чебурашкинаны саҡырҙы. Уның үҙенсәлекле сығышын тамашасылар тын да алмай тыңланы.
Йыр барышында йырсының махсус тектерелгән күлдәгендә тыуған илебеҙҙең гүзәл тәбиғәтен сағылдырған видео күрһәтелде. Унан һуң сәхнәгә шаян бейеү менән Красноусол башҡорт  гимназия-интернаты уҡытыусы-тәрбиәселәре (етәкселәре – Айгөл Буранова) сыҡты. Сағыу сәхнә кейемдәре, биҙәүле көйәнтә-биҙрәләр, еҙ самауыр, милли колоритлы башҡа элементтар, бейеүселәрҙең үҙҙәрен ысын артистарса сәхнәлә иркен тотоуы, оҫта итеп бейеүҙәре залдағыларҙың күңеленә хуш килде. Артабан Үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре "Ҡойо тураһында легенда”ны сәхнәләштерҙе. Конкурстың төп йөкмәткеһен асыусы тыуған ауыл, тыуған ер темаһын яҡтыртҡан, халыҡ йолаларын сағылдырған Красноусолдың "Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әҙерләгән "Тоҙло шишмәләр янында”, Бурлы мәктәбе коллективы күрһәткән "Йылға бу-йында” фольклор композицияларын, яңғыҙҡайындар сәхнәләштергән "Туй йолаһы”н тамашасы яратып ҡараны.
Концерттың сағыу номерҙарынан Балалар ижады үҙәге педагогы Светлана Бакаеваның "Землячки” халыҡ хоры йыры оҙатыуында башҡарылған "Завалинка” рус халыҡ бейеүе, Красноусолдың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыларының "Динамит” ир-егеттәр вокаль ансамбленең йыры, Юлыҡ мәктәбенең вокаль-инструменталь ансамбле сығышы ла көслө алҡыштарға күмелде. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Һарыҡты кем ашаған?” КВН командаһы ла үҙенең мәҙәктәре менән тамашасыны көлдөрөп бәйгегә бер йәм, биҙәк өҫтәне. Сәйетбаба урта мәктәбе уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре коллективының "Беләҙегем – йөҙөгөм” бейеүе, "Башҡортостан” хоры иң күп һанлы булыуы, юғары башҡарыу оҫталығы менән дә айырылып торҙо. Ғөмүмән, конкурста ҡатнашыусыларҙың төрлө өлкәләрҙә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, сәнғәтте һөйөүенә, йыр-бейеүгә, халыҡ ҡоралдарында уйнауға маһир булыуҙарына барыһы ла һоҡланып ултырҙы. Тамашаның һуңғы номеры – "Газпром” ЯСЙ-һе инженеры Риф Фәтҡуллиндың йырын тамашасы ла бергә ҡушылып башҡарҙы.
Артабан һүҙ баһалама ағзаларына бирелде. Шамил Нәсибулла улы бар ҡатнашыусыларға, күркәм байрамды ойоштороусыларға, режиссер, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Е.В.Рябоваға һ.б. рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Төрлө номина-циялар буйынса түбәндәге еңеүселәр билдәләнде: вокаль ансамблдәр араһында Сәйетбаба коллективы - I, Үтәк – II, "Динамит” ансамбле III дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды. Яңғыҙ башҡарыусы номинацияһында Венера Чебурашкина – I, Риф Фәтҡуллин – II, Рәмил Кинйәбаев (Родина мәктәбе директоры) III урындарҙы яуланы. Фольклор коллективтар араһында Бурлы мәктәбе хеҙмәткәрҙәре - I, "Әкиәт” балалар баҡсаһы – II, Үзбәк ауылы коллективы III урындарҙы алды. Оригиналь жанрҙа КБГИ-ның КВН командаһы – I, нәфис һыҙғырыу менән Әсхәт Исмәғилев (Буруновка һөтсөлөк фермаһы ҡарауылсыһы) – II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. ”Бейеү” номинацияһында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты коллективына - I, сәйетбабаларға - II, Еҙем-Ҡаран коллективына III урындар бирелде. "Театр” номинацияһында Үҙәк  
район дауаханаһы коллективы – I, яңғыҙҡайындар II урынға лайыҡ булды. "Нәфис һүҙ” номинацияһында Ирина Вафина менән Альбина Ишкина бүләкләнде. Номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнгәндән һуң, дөйөм һөҙөмтәләр яһалып, конкурстың еңеүсеһе тип Красноусол башҡорт гимназия-интернаты табылһа, Сәйетбаба мәктәбе коллективы – II, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре  III урындарҙы яуланы. Бар еңеүселәргә лә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Гөлдәр
КИНЙӘБАЕВА.