Уңыштар һиңә, Альбина!Уңыштар һиңә, Альбина!
31 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Иҡтисадсы-программист һөнәрен һайлаған ҡыҙ әлеге көндә Өфө дәүләт авиация техник университеты магистратураһы студенткаһы. Альбинаға 22 йәш. Ул 3 йылдан ашыу Өфө ҡалаһында Линара Таһирова етәкләгән «Һылыуҡай» студияһында шөғөлләнә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, 2015 йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара юғары мода моделе булып эшләгән, «Рәсәй студент һылыуҡайы – 2016» конкурсы финалисы була.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Альбина Әхтәмова «Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар» хәйриә фонды координаторы булараҡ та әүҙем эшләй. Табын ауылындағы ҡарттар йортонда йәшәүселәр өсөн хәстәрлекле ярҙамсы ла ул.
15 апрелдә Мәскәү ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй һылыуҡай бәйгеһендә Альбинаға республикабыҙ һәм районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлауын, ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ.