Халыҡ театры - Табында
21 апреля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Урындағы ҡоролтай саҡырыуы буйынса Ғафури халыҡ театры артистары Табын ауылында Салауат Әбүзәровтың «Йәшлеккә ҡайтыу» исемле лирик комедияһы менән сығыш яһаны. Тиҫтә йылдар клуб сәхнәһендә үҙ телендә сығыш яһаған сәхнә оҫталарын күрмәгән, милли сәнғәткә һыуһаған мосолман ҡәрҙәштәребеҙ тамашаға теләп йыйылды. Йылы ҡаршылауға артистарыбыҙҙың да күңеле күтәрелеп киткән кеүек булды.
Яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәров бик ҡыҙыҡлы сюжеты менән оло йәштәге кешеләр күңелендәге уй-хистәрен, кисерештәрен асып бирә алған. Бәлки, кемдер ғүмер буйына күңелендә йөрөткән хыялын, серен, һөйөүен әйтә алмай был фани донъяны ҡалдырып китәлер. Ә Мансур (Рәмил Сәйфуллин) киренән йәшлеккә ҡайтып, хыялын тормошҡа ашырырға теләй. Ләкин уның заманы үткән: хәҙерге тормош талаптарына, яңы технологияларға, һөнәр атамаларына яраҡлаша алмай йонсой, буталып ҡала. «Йәшәргән» Мансур (Фәнзил Ғәлин) персонаждың бөтә кисерештәрен, уй-тойғоларын, күңелендәге яңылыҡтар менән элекке тормош алышын, геройҙың бәрелеп-һуғылыуҙарын бик оҫта сағылдыра алды.
Мансурҙың тормош юлдашы Әҡлимә ханым (Рима Зәйнуллина) мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлыҡ, тоғролок сифаттарын тамашасыларға асып бирҙе.
Мансур «юғалып» торған ваҡытта, уның ҡорҙашы, күрше Зиннәтулла (Айрат Баймөхәмәтов) ғүмер буйына Әҡлимәгә ҡарата йөрәгендә йөрөткән хис-тойғоһон асып бирергә батырсылыҡ итә. Героиняға тураһын ғына әйтеп бирә алмаһа ла, бөтә телмәре, ҡылыҡтары, үҙен әле йәш, шәп итеп күрһәтергә тырышыуы менән мөхәббәтенең көслөлөгөн, тойғоларының ҡайнарлығын тамашасыларға аңлата алды. Ләкин Әҡлимә һуңға тиклем үҙенең Мансурын эҙләне, көттө.
Шулай уҡ күрше ҡыҙы Ләлә (Гөлфирә Бәширова) һәм уға ғашиҡ ҡала егете Илдар ҙа (Наил Вәлиев), ролдәре төп булмауға ҡарамаҫтан, ошо тарихта ҡатнашҡан персонаждарҙың күнел кисерештәрен, хәл-торошон, үҙ-ара мөнәсәбәтен тулыһынса асыуға иреште.
Сәхнә оҫталары тамашасыны артистар менән бергә борсолорға ла, көлөргә лә, ҡайғырырға ла мәжбүр итте. Ҡыҫҡаһы, зал геройҙар менән бергә йәшәне. Спектакль аҙағында ғүмер көҙөнә бергә еткән Әҡлимә менән Мансурҙың, йәш пар Ләлә менән Илдарҙың бергә ҡалыуҙарына, 3иннәтулланың күршеләренең бәхетенә риза булыуына шатланып ултырҙыҡ.
Сәхнәлә үҙенең мөғжизәләре менән тамашасыларҙы әсир итеүсе Фәйрүзә Рәхмәтуллинаның уйнауы ла иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Музыкаль яҡтан комедияны Радик Иҫәнғәлин биҙәне. Һағышлы ла, күңелле лә йырҙар, дәртле бейеүҙәр ҙә булды.
Әлбиттә, әҫәрҙе әҙерләп, сәхнәгә сығарыусы Зәйтүнә Зәйнешеваның хеҙмәте бик ҙур. Коллективты туплап, ойоштороп, тамашасы хөкөмөнә сығарыу - маҡтауға лайыҡлы.
Табын ауылы мосолмандарына ошондай күңелле кисә бүләк иткәндәре өсөн Ғафури халыҡ театры артистарына ҙур рәхмәт әйтеп, киләсәккә ижади бейеклектәр, иҫәнлек-һаулыҡ теләп таралышты ауыл халҡы. Яңы осрашыуҙар көтәбеҙ,тине улар.
Рәйсә ВӘҒИЗОВА.
Табын ауылы.
 
Халыҡ-ара театр көнөндә Ғафури халыҡ театры Красноусол тамашасыһын яңы премьера – Салауат Әбүзәрҙең "Йәшлеккә ҡайтыу” тигән комедияһы менән шатландырҙы. Тамашаға ижадташ дуҫтары менән автор үҙе килеүе лә спектаклдең мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе, тамашасылар ҙа зал тулып килгәйне.
Талантлы шағир С.Әбүзәрҙең бына тигән драматург та икәнен күрһәтте спектакль. Иң мөһиме - әҫәр бар, унда автор - әйтергә, ә тамашасы ишетергә теләгән фекер бар.
Ғафури халыҡ театры режиссеры Зәйтүнә Зәйнешеваның иһә инде нисәнсе мәртәбә үҙебеҙҙең йәш һәм өмөтлө авторҙарыбыҙ әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, уларға сәхнәлә тәүге "сирҡаныс”, үҙенә күрә фатиха биреүе – батырлыҡҡа тиң.
Һүрәттә: спектаклдән күренеш.