Бейеүендә саялыҡ
28 апреля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йылдар үткән һайын хәтирәләр күбәйә. Бына ошондай бер ваҡиға хәтеремдә уйылып ҡалған.
Ауыл сәхнәһе. Йәштәр бейеү өйрәнә. Өйрәтеүсеһе - яңы ғына Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап ҡайтҡан һомғол буйлы, ҡара ҡашлы, һылыу ҡыҙ – Гәүһәр Хөрмәт ҡыҙы. Уның һәр сығышын тамашасы йылы ҡаршылай. Бейеүсене сәхнәгә ҡабат-ҡабат һорап сығаралар. Ә ул һис тә инәлтеп тормай, сыға ла бейей. Бына, исмаһам, бейеүсе – бейеү оҫтаһы.
Уҡып бөткәс, ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе – балетмейстер булып эшкә ҡайта. Бик күп бейеүҙәр ижад итә ул. Район, республика кимәлендә уның бейеүселәре дипломант, лауреат булдылар. Нәҡ балетмейстер-методист булып эшләгәндә уның режиссерлыҡ һәләте асыла, репертуарына өр-яңы бейеүҙәр өҫтәлә. "Гөлнәзирә”, "Заһиҙә”, "Башҡорт ҡыҙҙары”, "Мырҙаҡай тыпырҙығы” кеүек күләмле бейеүҙәре барлыҡҡа килә. Халыҡ фольклористикаһына өҫтөнлөк бирә ул.
Уның уҡыусы-бейеүселәре Баймаҡ, Учалы, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре сәхнәләрен дә яулап өлгөрҙө. Халыҡ уларҙың сығыштарын оҡшатып, яратып ҡараған, бүләктәр биргәндәр, тағы ла килеүҙәрен һорап ҡалғандар. "Тик шуныһы үкенесле, беҙҙең сәхнә кейемдәребеҙ юҡ”, - ти Гәүһәр. Ә таланттар күп беҙҙең Сәйетбабала. Район етәкселеге, республика Халыҡ ижады үҙәге быға иғтибар итһен ине.
Ханнан БАЙБУЛДИН.
Сәйетбаба ауылы.

Һүрәттә: Гәүһәр Байбулдина бейей. Ҡурайҙа - уның тормош иптәше, билдәле ҡурай-сы Илһам Байбулдин.