Эх, өҙә баҫыуҙары!
28 апреля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сәхнәлә табанынан осҡондар сәсрәтеп, сая бөркөттәй талпынып, өҙҙөрә баҫып бейегән һомғол буйлы егет – Айҙар Буранов менән башҡорт ҡыҙҙарына хас матур йөҙлө, һығылмалы зифа буй-һынлы, ипле генә баҫып, йөҙөп йөрөп, хисләнеп бейегән һылыу ҡыҙ - Әлиә Сәйғафарованың һәр сығышын тамашасы көтөп ала.
Улар икеһе лә Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусылары. Бәләкәй Үтәш ауылында тыуып үҫкән Әлиә бында уҡырға 8-се класҡа килә. Ошо йылда уҡ тыуған яҡтарына күсеп ҡайтҡан Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова гимназияла бейеү дәрестәре алып бара башлай. Тап шунда был сәнғәт менән таныша ла инде һәләтле ҡыҙ. Күп тә үтмәй, бәләкәйҙән бейегән, башланғыс хореографик белеме булған Айҙар менән парлы бейеүгә баҫтыра уларҙы етәкселәре Айгөл Фәрит ҡыҙы. Хәҙер улар икеһе башҡарған «Ҡоҙасам», «Ҡанатлы һөйөү», чечен бейеүе "Тауҙағы осрашыу”, Әлиәнең "Ғәйбәтсе”, татар ҡыҙҙары бейеүе, Айҙарҙың «Батыр бүләге», "Бөрйән егеттәре”, «Замана Байығы» сәхнә түрендә лайыҡлы урын алған. Район, төбәк-ара, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур ғына уңыштарға ла ирешкәндәр. Уҙған йылда, мәҫәлән, «Байыҡ» республика телевизион бейеү бәйгеһендә, Бөтә Рәсәй «Таланттар һәм ижадсылар» бейеү конкурсында лауреат булғандар. Тик «бишле» билдәһенә генә уҡыған Әлиә менән Айҙар гимназияның йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Быйылғы уҡыу йылында Әлиә «Өлгөлө гимназист», ә Айҙар «Сәнғәт магистры» булған.
Улар икеһе лә Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы ғына тапшырып, юғары уҡыу йортона инергә хыяллана. Бейеү менән артабан да шөғөлләнергә уйҙары ла юҡ түгел. Һәләтле лә, аҡыллы ла Әлиә менән Айҙарға алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешергә яҙһын тип теләргә генә ҡала.
Г.СИРАЕВА.