Тәбиғәттең мең төҫө
28 апреля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

24 апрелдә район мәҙәниәт һарайында билдәле фоторәссам Илфир Исламғазиндың "Фотокамера объективы аша донъяға баға” тип аталған фотокүргәҙмәһе асылды.
И.Исламғазин 1946 йылда Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуа. Өфө ҡалаһында ташсы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, армияла хеҙмәт итә. Тимер юл транспорты инженерҙары әҙерләгән Бөтә Рәсәй институтында ситтән тороп белем алып, инженер-төҙөүсе булып китә. Баш ҡаланың төҙөлөш һәм проектлау ойошмаларында төрлө вазифаларҙа эшләй. 1970 йылда «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Тормош иптәше, яҡташыбыҙ, Ҡауарҙы ауылынан Миңнира Йәүҙәт ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. И.Исламғазин иң тәүге «Смена» фотоаппаратын 1963 йылда беренсе эш хаҡына һатып ала. Һуңынан «Зоркий-4», «Киев-19», электрон фототехника барлыҡҡа килгәс, "Олимпус”, "Пентакс Д200”, "Никон Д7000” фотоаппараттары менән төшөрә. И.Исламғазин Рус география йәмғиәте ағзаһы, «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» республика фотоконкурстары призеры.
Илфир Исламғазиндың башлыса тәбиғәт күренештәрен, бигерәк тә Ғафури районының хозур тәбиғәтен сағылдырған күргәҙмәһе Экология йылына арнала. Унда Таш-Аҫтының панорамаһы, 50x70 см ҙурлығында – 32, 50x40 см ҙурлығында 21 фотоһүрәт ҡуйылған.
Бай йөкмәткеле күргәҙмә тыуған яғының тәбиғәтенә, ижадҡа, фото сәнғәтенә битараф булмағандар өсөн бик ҡыҙыҡлы. Уны күрмәй ҡалмағыҙ, хөрмәтле райондаштар!
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.