Музейҙар төнө
31 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Музей – тарих һандығы,

Һандыҡ асыҡ һәр кемгә.

Уның серен асыр өсөн

Кәрәк бик йыш килергә.

Мин "Музейҙар көнө” тигәнде беләм, ә "Музейҙар төнө” тигәнде ишеткәнем юҡ, хәтерләмәйем.

Еҙем-Ҡаран ауылынан "Музейҙар төнө”нә саҡырыу алғас, барырғамы-юҡмы тип, икеләнеберәк торһам да, ҡыҙыҡһыныуым еңде – барҙым, күрҙем, ҙур тәьҫораттар алып ҡайттым. Беҙ, Юлыҡ ауылынан дүрт кеше, Музей төнөнә ҡунаҡҡа юлландыҡ. Ауылға кереү менән урамдың таҙалығы, йыйнаҡлығы күҙгә ташланды. Хужаның уңғанлығы ҡапҡа төбөнән беленә тигәндәй, ҡыйып баҫҡыһыҙ, әле яҙ ғына булыуға ҡарамаҫтан, сәскәләре хуш еҫ бөркөп ултырған баҡса аша музейға барып кереү күңелдәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе. Хужалар ҙа, ирле-ҡатынлы Рәсилә һәм Исламетдин Нәжметдиновтар ихлас ҡаршы алдылар. Ә музейҙың эсендә инде үҙебеҙҙе берауыҡ үткән быуаттар эсендә хис иттек. Стенаның һәр бер мөйөшө үҙенә бер тарих һөйләп торған кеүек. Етмәһә, экрандан бөгөнгө осорҙа төшөрөлгән яҙмалар бер-бер артлы алмашынып, килгән ҡунаҡтарҙы, ойошторолған сараларҙы йәнле итеп сағылдырып тора. Тиҙ арала киске йорт-ҡура эштәрен йомғаҡлап, еҙем-ҡарандар ҙа килеп етте. Музей етәксеһе Рәсилә Зиннәт ҡыҙы ике ауыл кешеләрен үҙ-ара таныштырғандан һуң, сараның темаһын, маҡсатын әйтеп, Музейҙар төнө дүртенсе ҡабат үткәрелеүе тураһында һөйләне. Бүлмә бәләкәй булғас, бөтә ауыл халҡын бергә йыйып булмай, урамы-урамы менән әҙләп-әҙләп саҡырырға тура килә, тип бошонобораҡ та алды хужабикә.

Музейҙар көнө һәм экология йылына арналған сара бик йәнле башланып китте. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәриә Мәхмүтова ер-һыу тураһында ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр туплап килгән. Инде ярайһы уҡ оло йәштәге Зәйтүнә Искәндәрова Вилдан Шәриповтың шиғырын яттан һөйләп, барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Етмәһә, үҙе йырсы ла икән. Үҙе кеүек оло йәштәге аҡһаҡал Әширәф Мәхмүтов менән парлап йырлаған дәртле йырҙары бүлмәне моңға күмде. Өй мәшәҡәттәренән арып килгән кешеләрҙең йөҙҙәре яҡтырып китте. Килгән һәр ҡунаҡ үҙенең һөнәрен күрһәтергә, һүҙен әйтеп ҡалырға тырышты.

Еҙем-Ҡаранға килгәс, мин үҙебеҙҙең уҡытыусыларыбыҙҙың да сығыштарын ҡарап, тыңлап, һоҡланып ҡайттым. Башҡорт теле уҡытыусыһы Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева, Ғафури ижадының балаларға белем һәм тәрбиә биреп кенә ҡалмай, ә илһөйәрлек тойғолары ла уятыуы тураһында һөйләне. Экология темаһына ҡағылышлы үҙен борсоған мәсьәләләргә лә туҡталып үтте. Шулай уҡ был музейҙың ҡала музейҙарынан кәм түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рус теле уҡытыусыһы Эльвира Әмир ҡыҙы Абдрахманова уҙған йыл уҡыусыһы Зөлхизә Зәйнуллина менән музей темаһына проект яҡлап, республика кимәлендә еңеүсе булып ҡайтҡан икән. Эльвира Әмир ҡыҙының ораторлыҡ оҫталығы ла һоҡландырҙы беҙҙе. Уҡыусы З.Зәйнуллина экология темаһына арналған бай йөкмәткеле ҡобайыр менән сығыш сығыш яһаны. Мин дә М.Ғафури, музей һәм тирә-яҡ мөхиткә арналған шиғри күстәнәстәремде бүләк иттем.

Был сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Китапхана мөдире Гөлшат Рахманғ олова урам-тирәһен, һыу буйҙарын таҙартыу буйынса тәҡдимдәрен әйтеп үтте, ә Мәрйәм Кейекбаева тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кәрәклеге тураһындағы уй-кисерештәрен моңло йыры аша сағылдырҙы. Күбәләктәй елберҙәп, осоп-ҡунып бейегән Индира Биктимерова тормошобоҙҙоң матурлығын бейеүе аша күрһәтте. Еҙем-Ҡарандың хөрмәтле кешеһе Әлфиә Исҡужина күңелгә үтеп керерлек шиғырҙарын уҡып ишеттереп кенә ҡалманы, үҙенең ауылының таҙалығы, унда мәҙәни кешеләр йәшәүе тураһында һөйләп, ғорурланып та алды. Әлбиттә, быға урын бар. Юлыҡ уҡытыусыларына ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Ә Альмира Әхмәт ҡыҙы тураһында ул, яҡшы уҡытыусы ғына түгел, оҫта алып барыусы ла, мин уның бер юбилей кисәһен алып барғанын күреп һоҡланғайным, Өфө әртистәренән дә артыҡ хатта, тип үҙенең уйҙарын йәшермәне. Башҡалар ҙа уға ҡушылды.

Ҡунаҡтарҙың иң өлкәнерәктәре – аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр тәбиғәт хазиналарына үтә һаҡһыҙ ҡарауыбыҙ тураһында уҙыша-уҙыша әсенеп һөйләнеләр. "Бер ағас киҫ тә икене ултырт. Элегерәк беҙ йыл һайын яҙлы-көҙлө күпләп ағас үҫентеләре ултырта инек, уҡыусылар ҙа ярҙамға сыға ине. Хәҙер ундай эштәрҙе башҡарған кешеләрҙе күрмәйбеҙ. Киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ” тип уфтанды улар. Бөгөнгө көндә уҙенең матурлығы менән кешеләрҙе таң ҡалдырып тороусы Ғафури паркындағы ағастарҙы ҡарап,тәрбиәләп үҫтергән Хәтмулла Зиннәт улы Рәхимовтың изге эштәрен хөрмәт менән иҫкә алып, үҙенә оло рәхмәттәр яуҙырҙылар еҙем-ҡарандар. Бәләкәй генә аудиторияла барыбыҙҙы ла әсендергән тема тураһында йөҙгә-йөҙ, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙә ике ауыл кешеләренең ҡатнашып, үҙ фекерҙәрен әйтеүе эҙһеҙ ҡалмаҫтыр. Ошондай фәһемле һөйләшеүҙе ойошторған музей етәксеһе Рәсилә Зиннәт ҡыҙы тураһында "күҙ тейеп ҡуймаһын” тип маҡтарға ла ҡурҡып торам. Пенсия йәшендә булһа ла, шул тиклем көсө, дәрте ташып торған киң ҡарашлы етәксе булараҡ танытты ул үҙен. Һөйләп тора, йырлап тора, бейеп тора, көлөп тора. Юҡҡа ғына уға бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, рәхмәт хаттары бирелмәгән икән. "Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемде Президент ҡулынан алыуы ғына ни тора! Ауылдаштары ла, беҙ ҙә ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙек. Эшендә тағы ла уңыштар теләп, тәмле сәйҙәр эсеп таралыштыҡ.

Ошондай матур саралар, әһәмиәтле һөйләшеүҙәр йыш һәм бөтә ауылдарҙа үткәрелеп торһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине, тигән уй килде башыма. Беҙҙе йәшәткән, туйындырған еребеҙгә, эскән һыуҙарыбыҙға, һулаған һауабыҙға - уратып алған тирә-яҡ мөхиткә хужаларса хәстәрлекле ҡараш һәр беребеҙҙә уяныр ине бәлки.

Баҡсы, кешем, тирә-йүнгә,

Күңел күҙең һалсы ереңә.

Тәбиғәтең мохтаж хәстәрлеккә,

Хөрмәт күрһәт, һис тә иренмә.

 

Рима Рафиҡова.

Юлыҡ ауылы.