Яҙыусы килде беҙгә
30 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Күптән түгел  Юлыҡ мәктәбендә яҡташыбыҙ, күренекле шағирә, яҙыусы Гөлнур Яҡупова менән осрашыу булып үтте. Осрашыуҙа мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, уның ижадын, үҙен ихтирам итеүселәр, әҫәрҙәрен яратып уҡыусылар йыйылғайны.
Сараны  А.Яҡшыбаева йәнле һәм үҙенсәлекле итеп, концерт номерҙары менән аралаштырып   алып барҙы.  Еҙем-Ҡарандан килгән ҡунаҡ, уҡытыусы-ветеран  Зәйтүнә Искәндәрованың  тасуири итеп һөйләгән шиғыры Г.Яҡупованы хайран ҡалдырҙы. Әҙибәнең ижадына байҡау яһап, мәктәп директоры Р.Ғ.Абдрахманов, уның районда "Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһе ойоштороп, бик тә изге эш алып барыуы, яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе, районыбыҙ данын күтәреүҙә ҙур өлөш индереүе тураһында маҡтап һөйләп үтте. М.Ғафури музейы директоры Рәсилә Нәжметдинова һәм Юлыҡ мәктәбе директоры урынбаҫары С.Юлыҡова әҙибәнең әҫәрҙәренең уҡымлы булыуы һәм үҙҙәренең дә яратып уҡыуҙары хаҡында йылы итеп үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Ошо юлдар авторы Р.Рафиҡованың уға бағышлап ижад иткән биографик поэмаһын  ҡунағыбыҙ "Шиғри дастан” тип юғары баһаланы һәм бик тә ҡыуанып ҡабул итте. Уҡыусылар ҙа Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына һорау артынан һорау яуҙырып ҡына торҙолар. Бигерәк тә башланғыс класс уҡыусылары ҙур әүҙемлек күрһәтте. "Өмөтлө ҡәләм”  еңеүселәре үҙҙәренең ижад  емештәре менән таныштырҙы, яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләп, әҫәрҙәренә ҡарата төшөрөлгән һүрәттәрҙе күрһәтеп шатландырҙылар. Үҙенең шиғырҙарын яратып уҡыған, яттан  һөйләгән, араларынан үҙҙәре лә ярайһы уҡ ҡәләм тибрәткән уҡыусыларҙы маҡтап, шағирә үҙенең сығышында  "Шағирҙар мәктәбе” тип тә баһаланы. Төрлө миҫалдар менән уҡыусыларҙы тәртипле булырға, хеҙмәтте, тыуған илде яратырға, белемгә ынтылырға әйҙәне.
Сараның икенсе өлөшө ауыл китапханаһында дауам итте. Бында инде ауыл кешеләре йыйылып көтөп тора ине. Әле яңы ғына китапханала эшләй башлаған Гөлфинә Юлмөхәмәтова ҙур әҙерлек менән ҡаршы алды. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта китап һөйөүсе балаларҙы туплап өлгөргән ул. Яҙыусының әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән иллюстрацияларҙан күргәҙмә лә ойошторған. Йырлап та, шиғырҙарын һөйләп тә күрһәтте бәләкәстәр. Китапханасы үҙе лә әҙибәнең әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. ""Ҡатындар” китабы берәү генә, ул да  китапханаға ҡайтып ингәне юҡ, ҡулдан-ҡулға йөрөй, ҡыҙыҡһынып, яратып уҡыйҙар”, - тине ул. Балалар баҡсаһына барып шағирәнең кескәйҙәргә  арналған әҫәрҙәрен уҡып, уларҙы шатландырып ҡайтҡан.
Төп һөйләшеү яҡташыбыҙҙың  "Ҡатындар” һәм "Йыртҡыс ҡаны” әҫәрҙәре буйынса барҙы. Ике быуат арауығындағы ҡатындар яҙмышын һүрәтләгән был киң ҡоласлы әҫәрҙе күптәр күңелендә  йөрөтә, фәһем-ғибрәт ала, илебеҙҙә булып үткән ваҡиғаларҙы,таныштарын таный. "Был китап һәр кемдең өҫтәл китабы булырға тейеш” тип юғары баһаланы  ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Альмира Юлмөхәмәтова.
"Йыртҡыс ҡаны” әҫәре бу-йынса ҡыҙыҡһыныуҙар күп булды. Бигерәк тә уҡытыусы-ветеран Гөлфара  Зәйнетдинова, Роза Әлибаева, хеҙмәт ветераны Миңлегөл Кәримова был әҫәр буйынса бик күп һорауҙар биреп, башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятты.  Дөрөҫ, тәү ҡарамаҡҡа, "Йыртҡыс ҡаны” тигән исем тетрәндергес булып, үҙенә саҡырып тормаһа ла, уҡый башлаһаң, китап үҙенә бәйләй ҙә ҡуя. Имеш-мимешкә, төрлө легендаларға нигеҙләнеп яҙылған киҫкен сюжетлы әҫәр миндә донъяға, тәбиғәткә, кешеләргә ҡарата төрлөсә ҡараш уятты. Кеше тарафынан яраланған айыу, һөтө бөткәс, үҙенең яңы ғына тыуған сабыйын астан үлтермәй, йәшәйеште дауам итеү өсөн, үҙе үлем сигендә булһа ла, йән асығына тырнаҡтары менән күкрәген  йыртып, ҡанын эсерә. Быны күреп торған әҫәр  героиняһы Һәҙиәлә   йыртҡысҡа ҡарата  ихтирам уяна. Үҙендә лә, ошо ҡанды эсереп булһа ла, балаһын иҫән ҡалдырыу ниәте тыуа.
Гөлнур Яҡупованың яҙыусы булараҡ оҫталығы шунда: тормошта булмаҫтай хәлде ышандырырлыҡ итеп күрһәтеп, кешеләр араһында ғына түгел, хайуандар донъяһында ла әсәлек хисенең ни тиклем көслө булы-уын аңлатып бирә ала. Автор был әҫәрен урыҫ телендә лә   баҫтырып сығарған. Китап уҡыусыларҙың һорауы буйынса әлеге көндә татар теленә тәржемә итә. Шулай, әҙибә әлеге көндә лә туҡтауһыҙ эҙләнә, үҙенә  тағы ла мөһимерәк темалар өҫтөндә эшләргә бурыстар ҡуя. Районыбыҙҙың, күп шәхестәр сығарған Сәйетбаба ауылының ғорурлығы булған Гөлнур Яҡуповаға киләсәктә лә әҙәбиәтебеҙҙең нурлы гөлө булып йәшәүен теләйбеҙ.   
Рима Рафиҡова.
Юлыҡ ауылы.