Табын ырыуы йәштәре йыйыны
25 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Инйәр йылғаһының йәмле бер үҙәнендә урынлашҡан Абҙан турист базаһында Табын ырыуҙарының әүҙем йәштәре "Табын-фест” сараһына йыйылды.
Республиканың һигеҙ районынан Табын ырыуына ҡараған аймаҡтарҙан вәкилдәр килде.  Һәр делегация  тарихы, шәжәрәһе, үҙ төбәге шәхестәре менән таныштырырлыҡ йөкмәткеле күргәҙмәләр әҙерләгән. Мәҫәлән,  Дәүләкән районында йәшәүселәр  Ҡара Табын ырыуының Таҙлар нәҫеле менән таныштырҙы, үҙ төбәгендә сығып киң таралған "Асылыҡай буйы” йырын ишеттерҙеләр. Тәтешле районы Ирәкте ырыуы үҙенең ғалимы, шағиры Ғәли Соҡорой менән киң билдәле. Ҡариҙел районы үҙҙәренең Унлар ырыуы милли кейеме өлгөләрен алып килгән. Ғафури районынан Кәлсер Табын ырыуы вәкиле Юлмөхәмәтовтар шәжәрәһе менән таныштырҙы. Салауат, Ауырғазы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килеүселәр ҙә фестивалгә етди әҙерләнгән.
Биш майҙансыҡта йәштәр өсөн төрлө темаларға лекциялар һәм проект төҙөү эшмәкәрлеге буйынса  оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. "Милли традициялар: үткәне һәм киләсәге” темаһына эксперттар БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев менән БДПУ доценты, философия фәндәре кандидаты Алһыу Хөсәйенова сығыш яһаны.
"Һау мөхит – һаулыҡ мөхите” кеүек актуаль теманы БДМУ доценты, медицина фәндәре кандидаты Розалия Ғәлимова менән Әлфиә Нурғәлиева яҡтыртты. "Йәштәр һәм Һанлы иҡтисад” мәсьәләләре тураһында  Башвикипедия мөхәррире Зөфәр Сәлихов һәм "Башнефть” шашкасылар командаһы тренеры, спортсы, блогер, журналист Рөстәм Шәйәхмәтов менән һөйләшергә мөмкин ине. "Ижтимағи ғәмәлдәр һәм гражданлыҡ бурыстары” кеүек етди темаға философия фәндәре кандидаты, фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин менән педагогия фәндәре кандидаты, БДПУ доценты Екатерина Савельева лекция әҙерләгән. Эшҡыуар, "Супер-мастер” ЯСЙ-һе директоры Фәрид Шакиров менән филология фәндәре кандидаты,  Фәндәр  академияһының "Башҡортостан энцикло-педияһы” бүлеге етәксеһе Лена Абдрахманова үҙ аллы шөғөлләнеү һәм үҙ мөмкинлектәреңде үҫтереү буйынса файҙалы тренинг үткәрҙе. Лекциялар һуңында һәр төркөм проект төҙөп, эксперттар алдында уны яҡлап, тәжрибә алды. Беҙҙең район вәкилдәре Ҡарлуғас Йәрмиева менән Гөлназ Бәшированың про-екттары уңышлы тип табылды. Ғөмүмән, Ғафури делегацияһы һынатманы. Мәҫәлән, шахмат кеүек интеллектуаль спорт төрөндә беренсе таҡтала - Айҙар Исхаҡов, икенселә Илсур Исхаҡов беренсе урын яуланы. Өсөнсө таҡтала Гөлназ Бәширова Ҡариҙел районынан Илзидә Мостафинанан ғына еңелеп, икенсе урынға лайыҡ булды. Шулай итеп, Ғафури командаһы беренселә, ә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ҡариҙел һәм Архангел райондары бүлеште. Ҡауарҙы ауылы шахмат мәктәбе районыбыҙ  данын зона, республика ярыштарында һәр саҡ яҡлап килә. Бында тренер Сабир Исхаҡовтың өлөшө ҙурҙан. Үҙе лә талантлы спортсы булараҡ, уҡыусыларында ла, ғаиләһендә лә көрәш һәм шахматҡа һөйөү тәрбиәләй алған. Үҙ өҫтөндә эшләүҙән туҡтамай, физик культура өлкәһендә юғары белем алып йөрөй.
С.Исхаҡов һәм фестивалдең шахмат буйынса баш судьяһы Салауат Түзбәков ойоштороусыларҙың Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Гер күтәреү ярышында ошо көндәрҙә ун етеһе тулып килгән Руслан Ноғайғолов өсөнсө урын алды. "Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы лауреаттары Әлиә Сәйғафарова менән Айҙар Буранов дуэтының ялҡынлы сығышы тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Табын ырыуы йәштәре йыйынын йәшлек дәрте, сәме ташып тороу менән бер рәттән дуҫлыҡ, татыулыҡҡа миҫал булараҡ та билдәләргә мөмкин. Һәр команданың уңышын берҙәй шатланып ҡабул итеүҙән тыш, Ҡырмыҫҡалы районының волейболсылар командаһы үҙҙәренең еңеү призын, аҡсалата бүләкте әлеге ваҡытта дауаханала ауыр хәлдә ятыусы спортсы дуҫтарына һиҙиә итеүе уның бер сағылышы булды.
Табындарҙың осрашыуы эшлекле һәм файҙалы булды, киләһе осрашыу 2018 йылда Ҡырмыҫҡалы ерендә буласаҡ.
Рәйлә САБИТОВА.

Табын ырыуы йәштәре йыйыны
Табын ырыуы йәштәре йыйыныТабын ырыуы йәштәре йыйыны
Табын ырыуы йәштәре йыйыны