Һабайҙар һандуғастай һайрайҙар!
31 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Бер күрешеү үҙе бер ғүмер” - Һабай ауылында үткән ҙур концерттың темаһы тап ошолай аталды. Кемдәр килеп концерт ҡуйҙы икән?” - тип һораһағыҙ, яуабы ябай: ауылым таланттары! Эйе, эйе! Бер кем көтмәгәнсә бик матур концерт килеп сыҡты!
Аҙна-ун көн алдан әйтелгән был хәбәр тыуған төйәген һағынып ҡайтыусы, йәнтөйәгенән үҙенә көс-ҡеүәт, дәрт-илһам алыусы ауылдаштарымдың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр... Кем-кемде ҡайҙа осрата, йә булмаһа мәғлүмәт сараларында аралаша, шул турала һөйләшеп, йылы хис- тойғолар менән күрешеү, һөйләшеү, хәтергә төшөрөү маҡсатында ҡайтырға-ҡайтырға тип талпына башлай. "Үҙ һөнәреңде лә күрһәтергә әҙерлән”, - тиһәң, имтиханға әҙерләнгән уҡыусы кеүек, тулҡынланып китә. Тулҡынланырһың да шул, нисәмә йыл күрмәгән-күрешмәгән ауылдаштар алдында сығыш яһарға кәрәк бит! Ололар әйтмешләй, кемдеке - уныҡы! Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, ауылдаштарың алдында ҙур яуаплылыҡ та бит был!
Шулай хисләнеп, уйланып, әҙерләнеп йөрөй торғас, был көн килеп тә етте. Был ҙур концертты йөрьәт итеп ойоштороусы Рәзилә менән Фәнзил Хәбибуллиндар ныҡлы әҙерләнгән. Ҡауарҙы ауылынан көсәйткес аппаратура ла алып торғандар. Концертты Юлай Аҙнағолов музыкаль яҡтан биҙәүсе булды, ә уның үҙенең күңелле йырҙар башҡарыуы барыһын да төшөп бейергә мәжбүр итте. Баянсы ла Ҡауарҙынан икән: Әмир Абдуллин. Ауылда уттай ҡыҙыу эш мәле: баҡсала емеш-еләктең, болонда бесәндең өлгөргән ваҡыты, ә кисен көтөүҙән мал-тыуарҙы ҡаршы алырға кәрәк... Тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәҫ ваҡытта кеше килерме икән, тип уйлап та бөтмәнек, халыҡ кис етеү менән "һә" тигәнсе йыйылды. Клуб шығырым тулды. Байрамға ғына тип, ҡупшы кейемдәрен кейгән олораҡ апай-ағайҙар ултырғыстарға ултырҙы, йәшерәктәргә һәм һуңлабыраҡ килгәндәргә баҫып торорға тура килде, һуҡраныусы, тауыш күтәреүсе юҡ. Ауылдаштарым тураһында элек-электән халыҡ араһында йөрөгән һүҙгә тағы инанып ҡуям: тыныс холоҡло, сабыр һәм уңған халыҡ йәшәй Һабай ауылында! Күңел шуға һөйөнә.
Күңелдәрҙе дәртләндереп йыр-моң башланды. Тәүҙә ҡул сабып ҡына ултырған халыҡ араһынан яйлап ҡушылып йырлаусылар, һуңынан һикереп төшөп бейеүселәр артҡандан-арта барҙы. Йыр-моңға ғына түгел, бер күрешеп һөйләшеүгә һыуһаған ауылдаштарым сәхнәлә береһен-береһе алмаштыра барҙы. Тыуған төйәгенә булған һөйөү хистәрен йыр-бейеү, шиғыр юлдарына һалған улар. Рәзилә Рәшит ҡыҙы һәр номерға тап килгән шиғыр юлдары менән ауылым таланттарын сәхнәгә саҡырып торҙо. Олоһонан башлап кесеһенә тиклем һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтте. Фруза апай Басирова үҙе гармунда уйнап, үҙе йырлап кешене таң ҡалдырҙы. Юнир ағай Ноғоманов күптән ауылдан сығып китһә лә, концерт булғанын ишетеп ҡайтып төшкән. Ул да моңло йырҙарын бүләк итте. Рауза апай Әминева беҙ бәләкәй саҡтан тип әйтерлек ағаһы Булат менән ҡайтып төшөп, бөтә йәштәр өсөн киске уйындар ойоштора торған ине. Булат ағай мәрхүм инде, ә бына Рауза апай "Етегән шишмә”не йырлап, шул саҡтарҙы иҫкә төшөрҙө. Нәсимә апай Гронина Һабай ауылын үҙ ауылындай яратып йәшәй. Ул боронғо "Сәлимәкәй”ҙе йырланы. Фәнзилә Ғафарова-Мозафарова менән Зөбәйҙә Йәрмөхәмәтова-Аллабирҙина күрше ауылда ғына йәшәһәләр ҙә, ауылын, һыу буйын, бала сағын һағынып йырланылар. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Миңнира Таһир ҡыҙы Монасипова-Төхвәтуллина (мәрхүмә) апайыбыҙҙың балалары әртис династияһы тиерһең! Әсәйҙәренең моңло тауышы балаларына күскән. Улы Сәлим торғаны бер "халыҡ йырсыһы”. Көслө ҡул сабыуҙар аҫтында унан тағы ла йыр артынан йыр башҡарыуын һоранылар. Раушания ла "Йыйҙым еләк” йыры менән залдағы халыҡты ҡушылып йырларға мәжбүр итте. Ә бәләкәй генә ҡыҙы Зарина "сәхнә йондоҙо”на әйләнгән: үҙе бейей, үҙе йырлай! Шундай уҡ "сәхнә йондоҙо”ҙары тип Динис Хәбибуллин менән Айгөл Ғафарова тураһында ла ғорур әйтергә була. Был хәтле лә моңло тауыш Еҙем бу-йында тыуып үҫкән кешеләрҙә генә булалыр ул, тип уйлап ҡуяһың. Ә һығылып-бөгөлөп бейегән бейеүселәре ни тора? Гөлназ Мирхәйҙәрова, Азалия Йәрмөхәмәтова менән Рузалина сәхнә биҙәктәре булдылар. Концерт һуңында республикабыҙҙың танылған композиторы Рәмил Ғимрани менән ошо ауыл ҡыҙы Гөлшат Вәлиева яҙған "Һабайым” йырын ауылдаштар баҫып тороп башҡарҙы.Ошонда уҡ ойошторолған күңелле сәй табынынан һун, йыр- бейеүҙәр таңға тиклем дауам итте. Кемдер шаяртып "Оҙаҡ йөрөмәйек, әтеү әсәй-атай кәрәкте бирер!"- тип көлдөрөп тә алды. Кисә һуңында киләсәктә лә ошондай уҡ баш аҫтында, тик "Бер күрешеү үҙе бер ғүмер - 2018” тип, тағы осрашырға һүҙ ҡуйышып таралыштылар. Бер кем дә, ниңә ҡайттым икән, тип үкенмәгәндер.
    Гөлшат Вәлиева.
Красноусол ауылы.