Урман әкиәтендә ҡунаҡта
26 сентября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Байрамса биҙәлгән ра-йон мәҙәниәт һарайы фойеһына кереү менән иғтибарҙы ҡатнашыусылар әҙерләгән бай йөкмәткеле күргәҙмә йәлеп итте. Тәбиғи материалдарҙан оҫталыҡ эштәрен, һунар һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын, күп төрлө шифалы үлән сәйҙәренән һәм экологик таҙа ризыҡтарҙан әҙерләнгән самауырлы сәй өҫтәлдәрен, тәбиғәтте һаҡлауҙы яҡтыртҡан стендтарҙы, балалар төшөргән һүрәттәрҙе, урман йәнлектәре тиреләрен, Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған Красная поляна ауылынан килтерелгән дарыу үләндәре йыйылмаһын һәм башҡа экспонаттарҙы барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Сараның режиссеры һәм алып барыусыһы Елена Рябова тормошобоҙҙа урмандың тотҡан урыны тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үткәс, балалар өсөн мауыҡтырғыс "Үҫемлектәр донъяһы” викторинаһын уҙғарҙы. Уҡыусылар экрандағы иң бейек, иң ҙур, иң бәләкәй ағастарҙың исемдәрен әйтте, төрлө ҡитғаларҙа үҫкән экзотик үҫемлектәр менән танышты.
Алдан иғлан ителгән конкурстарҙың тәүгеһендә ҡатнашыусылар бер-бер артлы төрлө йәнлек, ҡош тауыштарын ишеттерҙе. Балалар уларҙың исемдәрен әйтергә
тейеш ине. Район мәҙәниәт һарайы ҡурайсыһы Рәмил Ҡотдосов ҡурайҙа торна, Табындан Шамил Антигаев флейтала кәкүк, аҡсарлаҡ, турғай тауыштарын сығарҙы. Буруновка ауылынан нәфис һыҙғырыу оҫтаһы Әсҡәт Исмәғилев һандуғас, һабантурғай булып "һайраны”, күгәрсен булып "гөрләне”, Бурлы, Ташбүкән ауылдары "һандуғастары” ла бер-береһен уҙҙырып "һайрашты”. Родинанан Гөлнара Рәхимова йорт хайуандарын, Үзбәктән Флүрә Ғәзизова урман йәнлектәрен, Еҙем-Ҡарандан Илдар Әбделмәнов ҡоштар тауышын килештереп башҡарҙы. Тамашасыларға бигерәк тә Ҡурғашлы ауыл клубының художество етәксеһе Розалия Ғәлимованың һунар ваҡытында ҡулланылған электрон моноктан төрлө йәнлек-ҡоштарҙың та-уыштарын тыңлатыуы, Сәйетбаба мәҙәниәт йорто инструменталь ансамбленең төрлө халыҡ музыка ҡоралдарында ҡоштар һайрауын, ат сабышын ауазландырған сығышы оҡшаны.
Икенсе конкурс "Мәскәй әбей тамашаһы” тип аталды. Унда һәр ауыл клубынан яһанып-төҙәнеп килгән мәскәйҙәр һөнәрҙәрен күрһәтте – йырланы, таҡмаҡ әйтте, бейене, шиғыр һөйләне, балаларға йомаҡтар ҡойҙо, уйын-дар уйнатты. Тап ошо бәйгелә клуб хеҙмәткәрҙәренең ысын мәғәнәһендә бай фантазиялы ижад кешеләре икәнлеген күреп һоҡланды байрамға килеүселәр.
Бәйге һуңында 33 йыл ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған Усолка урман участкаһы урмансыһы Николай Алексеев үҙенең эше тураһында һөйләне, ерҙең йәшел биҙәген һаҡларға, ағастар ултыртырға, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырмаҫҡа, йылға-шишмә буйҙарын сүпләмәҫкә, урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы.
Артабан балалар ҙа, өлкәндәр ҙә түңәрәктә әйлән-бәйлән йырҙары йырланы, уйындар уйнаны, тәмле үлән сәйҙәре менән һыйланды.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Елена Соколова ҡатнашыусыларға сараға ентекле әҙерләнгәндәре, байрам кәйефе бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, жюри ағзалары менән берлектә еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса мәскәйҙәр конкурсында 1-се урын Ҡотлоғужа ауыл клубына, 2-се – Аҡкүл һәм Антоновка клубтарына, 3-сө урын Бурлы мәҙәниәт йортона бирелде. "Йәнлек һәм ҡош тауыштары” конкурсында Сәйетбаба – 1-се, Буруновка – 2-се, Родина клубы 3-сө урындарға лайыҡ булды. Тәбиғи материалдарҙан оҫталыҡ эштәре буйынса 1-се урын Табын ауыл мәҙәниәт йорто, 2-се – Үтәк, 3-сө Ташлы клубтары күргәҙмәләренә тапшырылды. "Иң яҡшы үлән сәйе һәм сәй өҫтәле” бәйгеһендә Яңғыҙҡайын – 1-се, Яңы Бурлы – 2-се, Үзбәк клубы  3-сө урындарҙы алды. "Йәшел патруль” плакаттар конкурсында Толпар ауыл клубы еңеүсе тип табылһа, еҙемҡарандар – 2-се, мораҡтар 3-сө урындарҙа булды. Дәртләндереү приздары Ҡурғашлы һәм Ташбүкән ауыл клубтарына бирелде.
Экология йылы сиктәрендә 4 тәбиғи стихия – һауа, һыу, урман, ергә арналған сараларҙың береһе – Урман көнө күмәк көс менән ойошҡан рәүештә үтте.
Г.СИРАЕВА.