Театрҙың алтын бағанаһы
29 сентября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина кисәне асып, сәхнә түренә театрҙың алтын бағанаһы, өлгөлө уҡытыусы, бар булмышы менән мөғәллим, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Әсҡәт улын саҡырҙы. Юбиляр ҡыҫҡа ғына әңгәмәлә ижад юлын байҡаны, күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- 40 йыл элек үҙебеҙ яратып йөрөгән үҙешмәкәр түңәрәкте халыҡ театры кимәленә күтәрҙек. Бар спектаклдәрҙә лә тиерлек алыштырғыһыҙ партнерым булған Флүрә апай Садиҡоваға рәхмәтем ҙур. Шулай уҡ һәләтле актерҙар Муса Мөхәмәтйәнов, Миңнеғәле Зәйнешев, йәштәрҙән Рәзилә Хәбибуллина менән уйнауы рәхәт була торғайны. Беҙҙең театр хәҙер күптәрҙең яратҡан театры, үҙ традициялары, авторҙарыбыҙ – Салауат Әбүзәров, Мөнир Кунафин бар. Илаһи бер донъя ул театр. Бер эләкһәң, китеп булмай унан. Театрға һөйөү бәләкәйҙән киләлер тип әйтә алам. Бала саҡта инәйем менән радионан барған постановкаларҙы башынан аҙағына тиклем тыңлай торғайныҡ.
Иң уңышлы сағыу ролдәрем – "Ай тотолған төндә” трагедияһында Дәрүиш, "Башмағым”да Кәрим бай, "Ҡыҙ урлау”ҙа Әжмәғол булғандыр. Тап Әжмәғол роле өсөн "Алтын тирмә” республика театр фестивалендә "Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында бүләкләндем.
Тормошомда бер ҡанатым театр, икенсеһе – мөғәллимлек булды. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Красноусолдағы 3-сө мәктәптә уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙем. Асыҡ дәрестәр менән район, республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә булырға тура килде. Үҙ эшемде лә, сәхнә тормошомдо ла берҙәй бар күңелемде һалып башҡарҙым. Бөгөн мине хөрмәтләп килеүегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен, ҡәҙерле тамашасыларым, - тине Әнүәр ағай һүҙен йомғаҡлап.
Артабан юбилярҙы район мәҙәниәт бүлеге вазифаһын  башҡарыусы Елена Соколова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, 3-сө мәктәптән коллегалары ҡотланы, сәскә гөлләмәләре, иҫтәлекле бүләктәр бирҙе, "Ханым” клубы ҡатын-ҡыҙҙары дәртле йыр бағышланы. Ҡотлауҙарҙан һуң Әнүәр ағай "Рәйсә менән Фәйзи” спектакленән Фәйзи йырын башҡарҙы. Тамашасылар илаһи аһәңле моңдо тын да алмай тыңланы.
Тамашаның икенсе өлөшөндә Ғафури халыҡ театры Сала-уат Әбүзәровтың "Йәшлеккә ҡайтыу” спектаклен күрһәтте. Уларҙың сығышын да залдағылар көслө алҡыштарға, актерҙарҙы сәскәләргә күмде.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.