Халыҡ тарихын барланыҡ
06 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Имәндәш ауылында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған саралар  йыл да бик матур итеп ойошторола. Ә быйылғыһы бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Ауыл ағинәйҙәре ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто менән берлектә "Яулыҡтарҙа – халыҡ тарихы” тип аталған тәрбиәүи маҡсатлы музыкаль сара әҙерләп, оло йәштәге ауылдаштары алдында сығыш яһаны.
Сараға килеүселәрҙе бай, матур күргәҙмә ҡаршы алды. Унда яртышар быуат һандыҡтарҙа һаҡланған шәл-яулыҡтарҙан алып хәҙерге көндә етештерелгән баш ябыуҙары, төрлө төбәктәргә хас һәм төрлө тарихлы, һәр ҡайһыһы үҙенсә итеп бәйләнгән шәлдәргә тиклем 100-ләп өлгө ҡуйылғайны. Китапханасы Рәзилә Зөбәйҙуллина яулыҡтар хаҡында китаптарҙан күргәҙмә әҙерләгән.
Ағинәйҙәр яулыҡтарҙы төрлөсә ябынып, "мода” күрһәтте. Үҙҙәренең данлыҡлы "Яулыҡтар менән бейеү”ен дә башҡарҙылар. Башҡа һәүәҫкәр артистарыбыҙҙың, уҡыусыларҙың матур сығыштары ла тамашасы күңеленә хуш килде.
Кисәне Рәзилә Зөбәйҙуллина менән уҡытыусы-ветеран Рәмилә Мәхмүтова бик йәнле, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Был сарала Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙын беҙҙең төбәк – Имәндәш, Таш-Аҫты, Иҫке Тайыш ауылдарының ветерандар советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙыҡ. Уға эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Сарала имамдар ҙа ҡатнашты. Кисәнең икенсе өлөшө мәктәп ашханаһында ауыл хакимиәте ярҙамы менән әҙерләнгән табын артында дауам итте.
Салауат ТҮЗБӘКОВ.
Имәндәш ауылы.