Яҙыусының рухи йәдкәре
06 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Билдәле булыуынса, районыбыҙҙан бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан. Әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә улар айырыуса күп. Райондың һәр ауылында тиерлек яҙыусы тыуып үҫкән. Шулар араһында Ибраһим ауылында тыуып үҫкән Шакир Ғиниәтулла улы Насиров та бар.
Беҙ мәктәптә уҡыған осорҙа (уҙған быуаттың 70-80-се йылдары) Шакир Насировтың "Һыңар ҡолаҡ Хисами”, "Серле ҡая” исемле әҫәрҙәре әҙәбиәт дәреслектәренә индерелгәйне. Бик мауыҡтырғыс итеп яҙылған был хикәйәләр заман талабына (революция йылдары һүрәтләнә) яуап бирмәй тип, әҙәбиәт дәреслегенән алынды. Шуға күрә һәм башҡа сәбәптәр менән дә был шәхес онотола төшкәндәй булғайны. Ошо хатаны төҙәтеү маҡсатында уның яҡташтары – Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе коллективы, яҙыусының туғандары һәм әүҙем йәмәғәтсе, күренекле яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимов башланғысы менән уҡыусылар араһында Шакир Насиров исемендәге иншалар конкурсы иғлан ителде. Ул ике этапта (тәүгеһе мәктәптәрҙә, икенсеһе район бу-йынса) уҙғарылып, уҡыусыларға ике: "Яҡташыбыҙ Шакир Насиров ижады” һәм "Оран һала Ер-әсә” темалары бирелгәйне. Иншалар конкурсында милли мәктәптәр, башҡорт мәктәптәре айырым баһаланды. Шулай итеп, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә Шакир Насировтың Хәтер кисәһе менән берлектә иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Был сарала "Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Винер Исхаҡов, "Йәншишмә” гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова, "Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин, Шакир Насиров менән яҡындан таныш булған уҡытыусы-ветерандар – Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Шәйәхмәтов, Ибраһим ауылынан Фатима Сафина, ошо уҡ ауылдан хеҙмәт ветераны Фәниә Ғәлиуллина, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова, Мәжит Ғафури һәм Жәлил Ке-йекбаев музейҙары директорҙары Рәсилә Нәжметдинова менән Римма Ишмырҙина, мәктәп уҡыусылары, ауылдарҙан килгән уҡытыусылар ҡатнашты.
Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнур Батыршина тәүге һүҙҙе мәктәп директоры Фирүзә Әбделмәноваға бирҙе. Ул үҙ сығышында ҡыҫҡаса мәктәп тормошо менән таныштырҙы, Шакир Насиров ижадын ныҡлап өйрәнәсәктәре һәм уға бағышлап музей ойошторасаҡтарын белдерҙе. Уның был тәҡдимен хуплап ҡаршы алдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Мирхәйҙәрова Шакир Насировтың тормош юлына һәм ижадына бәйнә-бәйнә байҡау яһаны. Шакир Насиров заманында "Башҡортостан” гәзитенең яуаплы секретары, "Һәнәк” журналында бүлек мөхәррире булып эшләй. "Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө хеҙмәткәре Винер Исхаҡов үҙ сығышында Шакир Насировтың оло шәхес булыуын билдәләне һәм мәктәпкә үҙенең китаптарын бүләк итте. "Йәншишмә” гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова, "Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин үҙ сығыштарында Шакир Насиров ижады, туған тел, матбуғатҡа яҙылыу барышы хаҡында һөйләнеләр, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы күп уҡырға саҡырҙылар. Мәғариф ветераны Ғиндулла Шәйәхмәтов әҙәп-әхлаҡ, туған телдә уҡытыу мәсьәләләренә туҡталды, Шакир Насиров хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ибраһим ауылынан мәғариф ветераны Фатима Сафина:
- Шакир ағай ауылға һәр саҡ ҡайтып йөрөнө. Үҙе менән бергә башҡа яҙыусыларҙы ла алып килгәне хәтерҙә. Бер йылды Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, яҙыусы Хәким Ғиләжев менән өсәүләшеп ғаиләләре менән Еҙем буйына ял итергә килделәр, беҙҙең күршелә генә йәшәнеләр. Шакир ағайҙың ҡыҙҙары – Шәүрә, Зөһрә, Гөлназ менән бергә уйнай торғайныҡ. Хәким Ғиләжев Ибраһим ауылы кейәүе булараҡ Шакир Насиров менән бергә ауылға йыш ҡайтты. Рәшит Ниғмәти ҙә Сания еңгә менән Ибраһимда көтөп алынған ҡунаҡ булды. Бөгөн беҙ йәшәгән урам Шакир Насиров исемен йөрөтә. Уның исеме урамда ғына түгел, халыҡ күңелендә лә йәшәй. Урамыбыҙҙа йәшәүсе Азамат исемле егет улына Шакир тип исем ҡушты. Был да яҙыусыға ҡарата үҙе бер хөрмәт билдәһе булып тора, - тине ул.
Һуңынан Фатима апай Сафина Шакир Насиров һүҙҙәренә яҙылған "Почтальон” (Заһир Исмәғилев көйө) йырын йырлап ишеттерҙе.
Римма Ишмырҙина Шакир Насировты Жәлил Кейекбаев менән сағыштырып һөйләне. Ысынлап та, был ике шәхестең яҙмыштарында уртаҡлыҡтар күп. Икеһе лә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә (Кейекбаев -1911, Насиров 1913 йылда тыуа), икеһенең атаһы ла Ғиниәтулла. Икеһе лә тыуған ауыл-дарында башланғыс белем ала, һуңынан икеһе лә Маҡар (Ишембай районы) мәктәбендә уҡый. Икеһе лә халыҡ өсөн бик күп изге эштәр атҡара. Хатта икеһе лә бер үк – 1968 йылда вафат булалар.
Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова Шакир Насиров исемендәге иншалар конкурсы беренсе тапҡыр ғына уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуҙарын һәм баһалама ағзаларына (райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Юлай Мәүлетҡолов, Флүзә Баязитова, Альфира Ғәлиуллина, Ләйсән Хәлилова) еңеүселәрҙе асыҡлауы бик ауыр булыуын билдәләне. Шулай итеп, милли мәктәптәр араһында Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡыусыһы Индира Иҙрисова – өсөнсө, Яңғыҙҡайындан Юлия Рамазанова – икенсе, Табын урта мәктәбенән Зөлфиә Шәйәхмәтова 1-се урынға лайыҡ булды. Башҡорт мәктәптәре араһында (5-8-се класс уҡыусылары) урындар түбәндәгесә билдәләнде: Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Айназ Рафиҡов – беренсе, Сәйетбабанан Юлдаш Байбулдин – икенсе, гимназиянан Лилиә Әбелғатина өсөнсө урында.
10-11-се класс уҡыусылары араһында Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенән Алһыу Ҡоломбәтова – беренсе, гимназиянан Гүзәлиә Мәүлетҡолова – икенсе, Еҙем-Ҡаран мәктәбенән Ильвина Мөхәмәтйәнова өсөнсө урын менән баһаланды. Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Динара Насирова (уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева) Гран-приға лайыҡ булды. Алда билдәләүемсә, еңеүселәргә Дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Иншалар конкурсының төп бағыусыһы Шакир Насировтың яҡын туғаны – Рәшит Ғәли улы Насиров булған. Билдәләүҙәренсә, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәшит Ғәли улы башҡа сараларға ла теләп ярҙам итә икән. Ошондай ир-уҙамандар булыуы үҙе бер ғорурлыҡ.
Сара барышында Шакир Насировтың "Силәгенә күрә – ҡапҡасы” әҫәрен сәхнәләштергән Ҡараншишмә халыҡ театры сығышының видеотаҫмаһы күрһәтелде, уҡыусыларҙың йыр-бейеүҙәре Хәтер кисәһенә үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Сараны мәктәп уҡыусылары Алһыу Ҡоломбәтова менән Илнур Мерәҫов матур итеп алып барҙы. Ҡыҫҡаһы, Шакир Насиров ижадына арналған кисә бик матур уҙҙы. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә уның тормош юлы һәм ижадына арналған стенд та булдырылған ине. Киләсәктә Шакир Насиров музейы ла булдырылыр тип ышанғы килә. Мәктәптә әле материалдар туплана башлаған да инде. Иншалар конкурсына килгәндә,
ойоштороусылар уны киләсәктә лә дауам иттерергә ниәтләнә. Тимәк, Шакир Насировтың ижадын өйрәнеүселәр, белеүселәр артасаҡ тигән һүҙ.
С.ТИМЕРОВ.