Һәүәҫкәрҙәр китап сығара
13 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңыраҡ ике яҡташыбыҙҙың китаптары донъя күрҙе. Уҫман ауылында тыуып-үҫеп, бөгөн Салауат ҡалаһында йәшәүсе Нәжибә Фәйзуллина һәм Ибраһим ауылында йәшәүсе, "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаһы Фәйез Садиҡовтың үҙнәшер юлы менән баҫтырылған китаптары сыҡты.
Нәжибә Фәй-зуллинаның китабы "Үткәндәрҙән ҡалһын иҫтәлек” тип атала. Китапҡа ауылдаштарына арнап яҙған ба-ғышлауҙар, тыуған яҡ, уның кешеләре, туған тел яҙмышы, ауыл тарихы, "Кис-ке Өфө” гәзите менән берлектә "Бәйләнештә” селтәрендә сәсәндәр әйтешендә ҡатнашып яҙған әйтештәре урын алған. Һәүәҫкәр шағирәнең 130-ҙан ашыу шиғыры бирелгән. Ҡаты тышлыҡ менән баҫтырылған китап 200 биттән тора һәм яҡташтары өсөн был баҫма бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Шағирә ауыл лаҡаптарын да шиғри юлдарға һалған.
Фәйез Садиҡов-тың китабы "Оҙон тормош юлында” тип атала. "Табын” гәзите редакцияһы менән берлектә әҙерләнгән китапҡа шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған йөҙҙән ашыу шиғыры ингән. Шиғырҙар айы-рым һигеҙ темаға бүлеп бирелгән. "Һуғыш, батырлыҡ, яуызлыҡ тураһында”, "Хәйлә һәм урлашып йәшәү”, "Мөхәббәт”, "Илгә, ергә һөйөү”, "Үҫмерҙәр һәм бәләкәстәр өсөн” кеүек бүлектәр шағирҙың ниндәй темаларға мөрәжәғәт итеүе хаҡында асыҡ әйтеп тора. Шиғырҙарҙан тыш китапҡа Ибраһим ауылы хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә индерелгән.
С.Тимеров.