Музейҙар – мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө
22 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Музейҙар аша йәмғиәт тарихи-мәҙәни мираҫҡа булған мөнәсәбәтен белдерә, тигән фекер йәшәп килә, һәм бының менән килешмәү мөмкин түгел. Музей етәксеһе бар экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙы өйрәнеп, киләһе быуындарға ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырыша, эҙләнеп, экспонаттар йыйып, фондтарҙы туплай. Рухи ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм һаҡлау менән бергә музейҙар ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара.
Ысынлап та, музей эшмәкәрлеге һәр саҡ хәрәкәттә булыуҙы, эҙләнеүҙе талап итә. Экскурсиялар үткәреү менән бер рәттән музей ҡарарға килеүселәр өсөн күренмәгән эштәрҙе - фонд эшен башҡарыуҙы ла (музей предметтарын өйрәнеү, уларҙы билдәле тәртиптә тотоу, һанын арттырыу), ғилми-методик эште алып барыуҙы ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуҙы ла үҙ эсенә ала.
Был йәһәттән Ж.Кейекбаев музейының эшмәкәрлеге күп йүнәлешле, тип әйтһәк, хата булмаҫ. Музей эргәһендә тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге эшләп килә. Балалар бында тыуған яҡтың тарихы, ерле халҡы, уның тормошо, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, билдәле шәхестәребеҙ менән яҡындан таныша. Жәлил Кейекбаевтың эшмәкәрлеге фәнгә бәйле булған кеүек, музей ҙа уның исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбе менән тығыҙ бәйле. Мәктәп директоры З.Х.Хәйруллина был өлкәлә һәр саҡ теләктәшлек белдереп, ярҙам итеп тора. Әйткәндәй, түңәрәк дәрестәре мәктәп базаһында үткәрелә.
Ж.Кейекбаев музейының педагогик эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барғанда, әлбиттә, сит ил телдәрен өйрәнеүҙе лә күҙ уңында тотаһың. Ни өсөн тигәндә, ғалим үҙе бик күп телдәрҙе яҡшы белгән. Музейҙа ғәрәп теле түңәрәге уңышлы эшләп килә. Уҡыу йылы дауамында башланғыс синыф уҡыусылары ғәрәп телен өйрәнә. 4 "А” һәм 4 "Б” класс етәкселәре М.Ғ.Түзбәкова һәм Р.Б. Мәүлетҡолова иһә тәрбиәләнеүселәрен дәртләндереп, дөрөҫ йүнәлеш биреп тора. Күп телдәрҙе белгән баланың донъяға ҡарашы ла киңерәк була бит. Уҡыусылар үҙҙәре был түңәрәккә бик теләп йөрөйҙәр. Ғәрәп теле ябайҙарҙан түгел, был боронғо телдең фонетикаһы ла, орфографияһы ла, грам-матикаһы ла үҙенсәлекле. Шуға ҡарамаҫтан, балалар хәҙер инде хәреф таныйҙар, һәр хәрефтең дүрт яҙылыу шәкелдәрен беләләр, ижекләп уҡый, ябай һөйләмдәр төҙөй алалар, диалогтарҙы аңлайҙар.
Музей ғилми-тикшеренеү эштәре лә алып бара. БР ФА академигы, профессор Ғ.Хөсәйеновтың 85 йәше айҡанлы үткәрелгән «Күп милләтле дәүләт шарттарында туған телде, әҙәбиәтте һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалар һәм перспективалар» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында, "Поликультур арауыҡта тел һәм әҙәбиәт” халыҡ-ара ғилми-практик конференцияһында, туризм-крайҙы өйрәнеү хәрәкәтен ойоштороусыларҙың район кәңәшмә-семинарында һ.б. ҡатнашыу музейҙың ғилми эшмәкәрлеген тулыландыра.
Халыҡ-ара музейҙар көнө айҡанлы мәктәптең урта синыфтарында "Музейҙарҙа тарих сағыла” сараһы үткәрелде. Ғөмүмән, музей – халыҡтарҙың үткәнен бөгөнгө тормошо менән тоташтырыу үҙәге. Иң мөһиме – музей йәш быуында үткәнгә ихтирам тәрбиәләргә ярҙам итә.
"Ғүмерегеҙ заяға үтмәһен, ижтимағи тормошта ла, үҙеңдең шәхси тормошоңда ла һәр йыл, һәр көн яҡты бер эҙ ҡалдырһын һәм ул һинең тормошоңда халыҡҡа, илгә, хеҙмәт кешеләренә изгелек менән үтһен”, тип әйтеп ҡалдырған ғалим. Был һүҙҙәрҙе девиз итеп алған музей бөгөн тулы тормош һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй.
Римма ИШМЫРҘИНА,
Ж.Кейекбаев йорт-музейы директоры,
филология фәндәре кандидаты.