“Уйнағыҙ әле, гармундар!”
21 ноября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Уйнағыҙ әле, гармундар!”Әле бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә төрлө мәҙәни кисәләрҙе, концерт-тамашаларҙы, мәжлестәрҙе гармун кеүек уйын ҡоралынан тыш күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине.
Гармунлы йылдар, гармун моңо таралған киске ауыл... Был моң элек-электән халҡыбыҙҙың рухын нығытҡан, берҙәмлеккә өндәгән, ауыр саҡтарында күңелен күтәргән, йыуатҡан. Әлеге сихри моң һине үҙенә буйһондороп, илаһи сәнғәт донъяһына алып китә, тормош мәшәҡәттәрен оноттора.
Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки гармун моңон тыңлап, гармунда уйнап, йырлап-бейеп үҫкән быуын кешеһемен. Үҙемде белә-белгәндән бирле ауылыбыҙҙа матур ғөрөф-ғәҙәт – йәштәрҙең киске уйындары ла гармундан башҡа уҙманы.
Гармунсылар ҙа күп булды төйәгебеҙҙә. Барыһын да исемләп яҙып булмаһа ла, ололар һөйләгәндәрҙән, үҙемдең хәтерҙәгеләрҙе барлайым әле. Мәҫәлән, 1785 йылғы ир-уҙаман Хөбөтдин Мырҙаҡаев  француз яуынан гармун алып ҡайтып, үҙе уйнап, ауылдаштарын хайран ҡалдырған. Бөйөк Ватан һуғышына гармун уйнап китеүсе Мәхмүт Байбулдинды, һуғыш яланында привалда билдәле йырсы Клавдия Шульженконы гармунда уйнап йырлатҡан Ҡаранйылға ауы-лы егете Барый Ғәзизовты, ветерандар Сахый Исхаҡов, Ғәйетхан Фәйрузов, Әмир Мәүлетҡолов, Юнир Шәйәхмәтов, Аллабирҙе Хызыров, Әхәт Ғәлин, Әхмәт Юлдашев, уларҙан йәшерәк быуын Уҫман Ғәзизов, Ғәле Сәғәҙиев, Марат Мөхәмәтдинов, Рима Латипова һәм башҡа бик күптәрҙе хәтерендә ҡәҙерләп һаҡлай
ауылдаштарым. Хәҙерге быуын араһында ла оҫта гармунсылар, баянсылар етерлек беҙҙә.
Әлеге көндә лә халыҡтың иң яратҡан уйын ҡоралы булған гармунды тергеҙергә, йәштәрҙе ылыҡтырырға кәрәк тигән уйҙа "Уйнағыҙ әле, гармундар!” байрамына саҡырып ҡалабыҙ.
Закир ИШМЫРҘИН,
Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе.