“Беҙҙең өйҙөң йәме” ҡыҙыҡлы
01 декабря 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Беҙҙең өйҙөң йәме” ҡыҙыҡлыБөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәрим - донъя әҙәбиәте хазинаһына ҙур өлөш индергән шәхес. Уның ижады һәр кем өсөн яҡын, илаһи, балалар өсөн тәрбиәүи. Аҡыллы һүҙе менән әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләй.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты-ның 3 "А” һәм "Б” класында М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Алдан был уңайҙан аҙналыҡ иғлан ителеп, йомғаҡтар яһалды. Сараны район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойоштороп, Елена Викторовна Сәмиғуллина матур итеп алып барҙы. "Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы бу-йынса уларҙың был әҫәргә ҡыҙыҡһыныуын арттырырлыҡ төрлө һорауҙарына уҡыусылар кемуҙарҙан  яуап бирҙе. М.Кәрим әйтмешләй: "Бар тормош, һәммәһе бала саҡтан башлана. Тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә”.
Балалар М.Кәрим шиғырҙарын һөйләне. Һуңынан уларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Мостай Кәрим – беҙҙең мәктәптәребеҙҙең, өйҙөң йәме, ғорурлығы. Шағирҙың тормош юлы илебеҙ тарихы, халҡыбыҙ тормошо менән тығыҙ үрелеп бара, яҙғандары һәр ваҡыт, һәр ҡайҙа заманса яңғырай,  шуға ла был сара балалар өсөн ҡыҙыҡлы, уйландырғыс булды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.