Хикәйәттәр оҫтаһына арналды
09 января 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хикәйәттәр оҫтаһына арналдыЯҙыусы һәм шағир, олуғ ғалим Әнүр Хисмәт улы Вахитовтың 85 йыллығына арналған Хәтер кисәһе булып үтте. Сәйетбаба ауылында уҙған сарала яҙыусының туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Башта ҡунаҡтар "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгендә урындағы музей менән таныштылар, китапханала булдылар. Әнүр Вахитовтың ижадына һәм тормош юлына арналған фәнни-ғәмәли конференция Сәйетбаба урта мәктәбендә уҙҙы. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Иҙрисова йыйылыуҙың маҡсаты менән таныштырғандан һуң, тәүге һүҙҙе Әнүр Хисмәт улының бер туған һеңлеһе Әсмәнең оло улы, күренекле яҙыусы Әмир Мөхәмәт улы Әминевҡа бирҙе. Ул бабаһын ошолай ололоҡлағандары өсөн мәктәп һәм "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе һәм үҙе менән бергә килгән делегация менән таныштырҙы. Килгән ҡунаҡтар араһында яҙыусының ҡыҙы Шәүрә Әнүр ҡыҙы Вахитова, уның тормош иптәше Ирек һәм ҡыҙҙары Ғәлиә, Әнүр Вахитовтың оло улы Азаматтың ҡыҙы Лиана, бер туған һеңлеһе Әсмәнең кесе улы, сатирик яҙыусы Марат Мөхәмәт улы Әминев, Әсмәнең ҡыҙы, Оло Үтәш башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы мөдире Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Йыһаншина, Ә.Вахитовтың бер туған һеңлеһе Флүрәнең ҡыҙы, Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева, яҙыусының балдыҙы Фәниә Ибраһим ҡыҙы Тимерғазина килгән ине.
Танышып сыҡҡандан һуң һүҙ уҡыусыларға бирелде. Фәнни-ғәмәли конференцияның исеме Әнүр Вахитовтың: "Һәр бер һүҙе ниндәй яҡын миңә, халҡым ижад иткән телемдән”, тип аталды. Уҡыусыларҙан Нәркәс Байбулдина, Алтынай Шәйхолова Әнүр Вахитовтың ижады һәм тормошона бағышланған доклад менән сығыш яһаны, бер төркөм уҡыусылар уның шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Зилә Хөрмәт ҡыҙының сығышы ла ҡыҙыҡлы булды.
- Әле уҡыусыларҙың шиғырҙарын тыңлап ултырғандан һуң, Әнүр бабайымдың тәү сиратта шағир булыуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Уның тәүге йыйынтығын Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек шағирҙар тикшереп, нәшриәткә тәҡдим итә. Тик ул нишләптер шиғырҙарын түгел, ә хикәйәттәр йыйынтығын нәшриәткә бирә. Тик үҙе үлгәндән һуң байтаҡ йылдар үткәс кенә уның шиғырҙарын ҡайтанан әҙерләп баҫтырырға насип булды. Ул әҙәбиәткә, фәнгә иҫ киткес бирелгән кеше ине. Рәми Ғариповты ла уның кеүек булған тиҙәр. Бабайым тәүлегенә ни бары 2-3 сәғәт кенә йоҡлай, ҡалған ваҡыты эш менән үтә ине. Бәлки шуға ла Р.Ғарипов та (45 йәш), бабайым да (52 йәш) бик иртә киткәндәрҙер. Әммә уларҙың халҡына эшләгән бөйөк эштәре ҡалды, - тине үҙ сығышында Әмир Әминев һәм үҙенең китаптарын мәктәпкә һәм тарихи-мәҙәни үҙәккә бүләк итте.
Яҙыусы Марат Әминев та бабаһы хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:
- Бабайым вафат булғанда миңә 17 йәш ине. Бәләкәй саҡта һәм үҫмер йылдарымда уларға йыш барып йөрөнөм. Уларға барһаң эшенән туҡтап, ҡаршыһына ултырта ла, 10-15 минут самаһы минең менән һөйләшеп алыр ине. Ниндәй китап уҡыуым, киләсәккә пландарым менән ҡыҙыҡһына, үҙе үк китаптар тәҡдим итә. Ул Рауил Бикбаев, Яныбай Хамматов кеүек яҙыусылар менән аралашып йәшәне. Һәр яҙыусы тиерлек яҙған әҫәрен башта уға уҡытыр ине. Әнүр Хисмәт улынан ыңғай баһа алыу яҙыусылар араһында ҙур мәртәбә иҫәпләнде. Быға күп яҙыусыларҙың көндәлектәре менән танышҡандан һуң да инанырға мөмкин. Өйҙәрендә Салауат, Шәүрә лә һәр саҡ китап уҡырҙар, тик башҡортса ғына аралашырҙар ине. Ғөмүмән, ул бөйөк шәхес булды, - тине һәм үҙенең китаптарын мәктәпкә бүләк итте.
- Атайым оҙағыраҡ йәшәһә, күп пландарын бойомға ашыра алған булыр ине, тип иҫәпләйем. Уның архивында атҡарылып бөтмәгән, планда ғына булған эштәре ҡалды. Ул вафат булғанда миңә ни бары 11 генә йәш ине. Ул саҡта уның ниндәй ҙур кеше булыуын аңлап та бөтмәгәнмендер. Уның иртә вафаты бик аяныслы. Атайымды бөгөн дә онотмауҙары, ололоҡлауҙары, ҙурлауҙары минең өсөн һөйөнөс, был сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тине Шәүрә Әнүр ҡыҙы үҙ сығышында.
Сара барышында балдыҙы Фәниә Тимерғазина еҙнәһенең туған телде, халҡының тарихын яратыуы һәм төплө белеүе, апаһы Ғәлиә менән уға ла ошоно "йоҡтороуы” хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. "Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин, Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева, "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов, уҡытыусы Фәнүзә Заһиҙуллина, Әнүр Вахитовтың замандашы, мәғариф ветераны Ханнан Байбулдиндың сығыштары уҡыусылар өсөн  фәһемле булғандыр. Дөйөм алғанда, ғалим һәм яҙыусының Хәтер кисәһе ыҡсым һәм йөкмәткеле булды. Шуныһын да билдәләп үтмәй булмай, Әнүр Вахитов урта кластарҙа Ҡауарҙы мәктәбендә уҡый, урта белемде Сәйетбаба урта мәктәбендә алып сыға. Шуға ла Хәтер кисәһе Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә уҙҙы. Ә 20 ғинуарҙа Ҡауарҙы урта мәктәбендә Әнүр Вахитов һәм уның бер туған энеһе, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновҡа арналған музей асыу күҙаллана.
С.САМЫШЕВ.