Моңдарынан нур балҡый ине
30 января 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, Ҡаранйылға ауыл клубына хәтһеҙ кеше йыйылды. Ауыл китапханасыһы Гөлшат Вәлиева сараны асып, тәүге һүҙҙе Сәйетбаба мәсетенең имам-хатибы Рәйес хәҙрәт Вахитовҡа бирҙе. Ул үҙ сығышында Миңнур Исхаҡов менән комбайнда, тракторҙа бергә эшләүҙәре хаҡында һөйләне, уның кешелекле, ярҙамсыл, итәғәтле, балалары, яҡындары өсөн өҙөлөп торған кеше булыуын билдәләне һәм Ҡөрьән аяттары уҡып ишеттерҙе. Ҡаранйылға ауылы старостаһы Миңниә Вәлиева үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, ул ошо сараны ойоштороуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе. "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов Миңнур Исхаҡовтың халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуын маҡтап телгә алды һәм уны "халҡыбыҙҙың аҫыл ташы” тип билдәләне. Миңнур Миңлебай улының "Хеҙмәт кенәгәһе”ндәге яҙыуҙар менән таныштырып үтте.
- Миңнур Миңлебай улы Жәлил Кейекбаев музейы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Ул һәр ваҡыт ауыл китапханаһына килеп китап уҡырға яратты, музейға ла йыш инеп сыға, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша ине. Ул һәр йыл һайын Яңы йыл алдынан музей биләмәһенә ҡарҙан төрлө һындар әүәләп эшләр, ә ауыл халҡы араһында ул эшләгән ошо һындарҙы махсус күрер өсөн генә килеүселәр бар ине. Миңнур Исхаҡов Жәлил Кейекбаев башҡарыуындағы "Һанаҡа”, "Мәндем буйҙары” йырҙарын хәс ғалимыбыҙ кеүек башҡарыу оҫталығына эйә ине, - тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты Ж.Кейекбаев музейы директоры Римма Ишмырҙина.
Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин уның ауыл биләмәһендәге һәм район кимәлендәге мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын әйтеп үтте, киләсәктә халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурстарын уҙғарып тороу зарурлығын билдәләне.
- Миңнур Миңлебай улы менән беҙ тиҫтерҙәр инек. Уның барлыҡ тормош юлы минең күҙ алдымда үтте. Ул бәләкәйҙән йыр-моңға оҫта булды. Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа уны тәүләп ҙур сәхнәгә сығарыуға өлгәштем. Һуңынан ул тирә-яҡта ғына түгел, район кимәлендә оҫта йырсы булып танылды. Зәки Мәхмүтов призына уҙғарылған йыр конкурсында 1-се урынды яулап, халыҡ артисының үҙ ҡулдарынан мәртәбәле бүләктәр алыуға өлгәште. Ғөмүмән, ул һәр төрлө конкурстарҙан бүләкһеҙ ҡайтмаҫ ине. Йәштәш булараҡ уның менән һәр саҡ аралашып йәшәнек. Ул шул тиклем баҫалҡы, ярҙамсыл, кешелекле кеше булды, - тине үҙ сығышында "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәүилә Лоҡманова.
Тормош иптәше Фәймә Исхаҡова уның тормош юлы, эшләгән йылдары хаҡында һөйләне, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Миңнур Исхаҡовтың бер туған һеңлеһе Гөлнур Сатлыҡова менән бер туған энеһе Мансур Исхаҡовтың ағалары хаҡындағы иҫтәлектәре күп ине. Бер партала ултырып уҡыған класташы Ғәлиә Фәтҡолова уны кластарындағы изге бер фәрештәгә тиңләне. Моң оҫтаһы булған Миңнур Исхаҡов үҙе 60 йәшен киң билдәләй алманы, юбилейына 49 көн ҡалғас кинәт кенә район дауаханаһында йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Әммә уның моңдары, ул башҡарған йырҙар халыҡ күңелендә, халыҡ хәтерендә йәшәй. Кисә барышында уның башҡарыуындағы видеотаҫмаға яҙҙырып алынған йырҙары тыңланды. Уның менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә йыр-моң менән бергә уны ла иҫкә алды. Илһам Байбулдин Миңнур Исхаҡов яратып башҡарған йырҙарҙың береһе булған "Илсе Ғайса”ны ҡурайҙа башҡарып, берсә һағышландырҙы, берсә моңландырҙы. Әлфиә Степанованың Сулпан Кейекбирҙина репертуарынан "Ҡарасай” йырын башҡарыуын тамашасылар алҡыштарға күмде. "Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең сығышы кисәнең бер биҙәге булды. Шулай уҡ Зәки Мәхмүтов исемендәге йыр конкурсы еңеүсеһе Наил Хызыров башҡарыуындағы халыҡ йырҙары, Миңнур Исхаҡов үҙе лә ошо уҡ ансамбль ағзаһы булған "Аҡбейек” ирҙәр вокаль ансамбленең, тормош иптәше Фәймә Исхаҡова, ҡыҙы Гөлдәр Ишбулдинаның йырҙары моңло йырсының ижадына һәм уның иҫтәлегенә арналды.
- Халыҡ араһынан сыҡҡан, халыҡсан йырҙар башҡарыу оҫтаһы булған ябай ауыл кешеһен ололоҡлап Ҡаранйылға ауылы халҡы һәм ошо сараны ойоштороусылар был төбәктә йыр-моң һөйөүселәр йәшәүен тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте һәм бының өсөн ҙур рәхмәт, - тине үҙ сығышында "Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин.
Ғөмүмән, халыҡ талантына арналған Хәтер кисәһе ойошҡан рәүештә үтте. Тик күңелдә барыбер бер үкенес тойғоһо ҡалды. Үҙе тере сағында тейешле хөрмәтте күрһәтә алдыҡмы икән уға. БСТ каналының "Хазина” тапшырыуын алып барыусы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов уның хаҡында айырым тапшырыу әҙерләү теләге менән янып та, быны башҡара алмай ҡалды. Был да бер үкенес булып ҡалды.
С.САМЫШЕВ.