Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!
02 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!
Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ! 
Был күңелле халыҡ байрамында ҡатнашыусылар тәмле ҡоймаҡтарҙан, ҡамыр ризыҡтарынан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, төрлө мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы конкурс-уйындарҙа ҡатнашып, кинәнеп күңел асты, концерт ҡараны һәм, әлбиттә, күмәкләшеп сараның төп –  ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау йолаһын башҡарҙы.
 "Иң шәп ҡоймаҡлы өҫтәл” һәм "Иң матур майлы ҡоймаҡтан гөлләмә” конкурсы иғлан ителгәйне.  Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләүе бик еңелдән булмағандыр, сөнки үҙ "ижад емештәрен” тәҡдим итеүселәр бик күп булды. Ҡоймаҡлы өҫтәлдәрҙең һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле биҙәлеше менән күңелде арбай ине.  "Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәтенең яңы асылған "Усолка” кулинарияһы менән "Фомин Н.Т.” мини-пекарняһы ризыҡ бешереү оҫталары ҡоймаҡ ҡойоп, һуңғылары шундуҡ майлап та байрамда ҡатнашыусыларҙы һыйланы. Был көндө районыбыҙ ойошмалары, мәктәп коллективтары үҙҙәренең төрлө-төрлө формала һәм тәмдә, төрлө ҡатнашмалы һәм эслекле ҡоймаҡтарын тәҡдим итте. Ниндәй генә тәмлекәстәр юҡ ине бында. Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы ҡоймаҡлы өҫтәле айырыуса ысын һөнәрмәндәрсә матур биҙәлеше менән һәр кемде хайран ҡалдырҙы. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты ҡунаҡтарҙы 100-ләгән төр ҡоймаҡлы-тәмлекәсле өҫтәле менән ҡаршы алды, хатта ҡоймаҡтан әҙерләнгән торттар ҙа бар, самауырҙары ла дәртле "йырлап” ултыра. Ибраһим ауылы клубының художество етәксеһе Алина Әбделмәнова үҙенең оҫта ҡулдары менән майлы ҡоймаҡтан күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө төҫтәргә мансылған сәскә гөлләмәһе лә әҙерләгән, кескәй ҡурсаҡҡа күлдәк тә "тегеп” кейҙергән. Шулай уҡ Красноусолдағы барлыҡ өс, Курорт мәктәптәре,  Красноусол ауыл биләмәһе, Үҙәк район дауаханаһы, "Встреча”, "Красноусол” балалар ял-һауыҡтырыу, спорт-туристик лагеры, Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы, Байымбәт, Үзбәк, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба һәм башҡа ауыл мәҙәниәт йорттары үҙҙәренең ҡоймаҡлы өҫтәлдәре янында халыҡты ихлас ҡаршыланы. Ниһайәт, конкурсҡа йомғаҡ яһалды. "Иң шәп ҡоймаҡлы өҫтәл” номинацияһында ойошмалар араһында "Фомин Н.Т.” мини-пекарняһы Гран-приға лайыҡ булды. Красноусол ауыл биләмәһе – 1-се, "Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте – 2-се, "Встреча” кафеһы 3-сө урын яуланы. Мәктәптәр араһында Красноусол гимназияһына – 1-се, Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалына – 2-се, 3-сө мәктәпкә - 3-сө, 2-се мәктәпкә 4-се урындар бирелде. "Иң матур майлы ҡоймаҡ гөлләмәһе”ндә Ибраһим ауыл клубы – 1-се, "Красноусол” лагеры – 2-се, Үҙәк район дауаханаһы 3-сө урынға эйә булды һәм барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа Дипломдарға лайыҡ булды.
Бер конкурс тамам-ланыуға икенсеһе иғлан ителде. Район хакимиәте бинаһы алдындағы "сәхнә”не бер-бер артлы гармунсы-баянсылар, бейеүселәр, таҡмаҡсылар, һыҙғырыу оҫталары биләне. "Рус мунсаһы”нда миндек менән сабыныусы, гер күтәрергә теләүсе лә табылды. Бында ла иң-иңдәр бүләкләнде.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде? Ра-йон мәҙәниәт һарайы артистары, "Землячки” халыҡ хорының дәртле йырҙары, мәктәп уҡыусылары башҡарған бейеүҙәр байрам биҙәге булды. Балалар ижады үҙәге методистары һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар араһында төрлө ҡыҙыҡлы ярыш-бәйгеләр ойошторҙо. Байрамда балалар кинәнеп күңел асты, йырланы, бе-йене, тоҡ менән йүгерҙе, һикерҙе, арҡан да тартышты, өҫтәүенә, бүләктәр алып ҡыуанды.
Байрамдың иң күркәм өлөшө, әлбиттә, ҡышты оҙатыу мәле булғандыр. Ҡыш ҡарасҡыһы яндырылды (ул күҙ асып йомған арала янып бөттө, тимәк, яҙға күп тә ҡалмауына ишаралай). Һәм барыһы ла шулай ҡыш менән хушлашты.
Индира ИШКИНА.