Ғаилә – бәхет ағасы
07 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Ғаилә – бәхет ағасы
Ғаилә – бәхет ағасы
Ғаилә – бәхет ағасы 
Ғаилә йылын асыуға арналған сара район мәҙәниәт һарайының байрамса биҙәлгән фойеһында башланды. Бында һәр ауыл мәҙәниәт йорто, район үҙәк китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән "Минең ғаиләм тарихы” кинотаҫмалары, ғаиләләрҙең шәжәрә ағастары, "Минең ғаиләмдең яратҡан ризығы”, "Нәҫелдән килгән шөғөл” күргәҙмәләре ҡуйылғайны.
Күренекле яҡташтарҙың, төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөүсе райондаштарҙың нәҫел ебен барлаған фоторәсемдәр, ғаиләләрҙең үҙҙәренә генә хас башҡорт, татар, сыуаш, рус милли ризыҡтарына, ҡамыр аштарына бай өҫтәлдәр, күҙҙең яуын алырлыҡ оҫталыҡ эштәре байрамға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Байрамдың режиссеры Елена Рябова сараны асып, барыһын да Ғаилә йылы асылыу менән ҡотлағас, Балалар ижады үҙәге педагогы С.Бакаева байрамдың төп ҡунаҡтары – төрлө ауылдарҙан килгән ғаиләләр өсөн флешмоб үткәрҙе. Һуңынан күргәҙмәләрҙе баһалаған жюри ағзалары еңеүселәрҙе бүләкләне. "Минең ғаиләм тарихы”нда 1-се урынға Яңғыҙҡайын, 2-сегә – Баҡраҡ, 3-сөгә – Аҡкүл ауыл клубтары лайыҡ булһа, "Минең ғаиләмдең яратҡан ризығы” бәйгеһендә 1-се урын Сәйетбаба, 2-се – Ибраһим, 3-сө – Толпар ауыл клубтарына бирелде.
Ошонда уҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ағинәйҙәр ойошмаһы тәүләп ойошторған "Изгелек кәрзине” мәрхәмәтлелек акцияһына ҡушылып, ауыр тормош хәлендәге 5 ғаилә өсөн байтаҡ аҙыҡ-түлек йыйылды.
Артабан байрам тамаша залында дауам итте. Алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина бер-бер артлы "Ғаиләләр парады”нда ҡатнашыусыларҙы сәхнәгә саҡырҙы. Уларға төрлө номинациялар буйынса мәҙәниәт бүлегенең Дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
"Йәш ғаилә” – Аҡкүл ауылынан Елена һәм Владимир Антоновтар улы һәм ҡыҙы менән сыуаш бейеүен башҡарҙы. Табындан килгән 3 балалы Николай һәм Елена Николаевтар "Спорт ғаиләһе” номинацияһында сығыш яһаны. Уларҙан һуң сәхнәгә үҙҙәренең 3 балаһы эргәһенә тағы ла 3 ҡыҙҙы тәрбиәгә алған Гөлнара һәм Айнур Зәйнешевтар сыҡты. Ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы үҙҙәренекеләй күреп тәрбиәләгән Зәйнешевтарҙы залдағылар көслө алҡыштарға күмде. Красноусолдан 4 бала тәрбиәләүсе Земфира һәм Ринат Яҡуповтар хәрби-патриотик ғаилә булараҡ билдәләнде. Тамашасы яратып өлгөргән моңло тауышлы Динислам (улдары) башҡарыуындағы йыр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. "Күп балалы ғаилә” номинацияһында Ташлынан килгән Ирина һәм Алексей Кудряшовтар (5 бала) сығыш яһаны. Юлыҡтан 88 йәшлек Миңнисара Шафиҡованы ысын мәғәнәһендә  "Герой-өләсәй” тип әйтергә була – 13 бала үҫтергән Герой-әсә, әлеге көндә улы менән бергә әсәләре йәшләй вафат булған 3 ейәнен тәрбиәләй. 29 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре, 1 тыуары булған өләсәйҙе ҡыҙҙары сәскәләргә күмде.
Артабан сәхнәлә "Шәп атай” номинацияһында Красноусолдан 9 бала атаһы Ринат Табулдин,  Үзбәк ауылынан 7 балаһын яңғыҙы үҫтергән 90 йәшлек Биктимер Хәлиулла улы Шәрипов, Табын ауылынан килгән 5 бала атаһы, оҫта йырсы Мгер Аванесян "Һәләтле атай”, Үтәктән Илдар Баймөхәмәтов "Оҫта ҡуллы атай” булараҡ бүләкләнде. Был байрамда ғаилә юбилярҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы – 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Соня Ҡасим ҡыҙы менән Шамил Мөхәмәтғәле улы Муллағәлиевтарҙы район
ЗАГС бүлеге етәксеһе З.Р.Сәйфуллина тәбрикләп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау адресын һәм бүләген тапшырҙы.
Ата-әсәләренең һөнәрҙәрен дауам итеп, талдан, ҡағыҙҙан кәрзиндәр үреүсе Константин Садаев (Мораҡ), иконалар сигеүсе Александр Грубин (Аҡкүл), башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләүсе, милли биҙәкле таҫтамалдар һуғыусы Хафиза Мөхәмәтғәлина һәм уның һеңлеһе Юлиә Хәсәнова (Баҡраҡ), дебет шәлдәр бәйләү, сәйлән менән үреү оҫтаһы Венера Мостафина (Яңғыҙҡайын) сәхнәгә үҙ эштәре менән сыҡты.
Сара барышында район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы белгесе О.Н.Вязовцева бер төркөм йәштәргә "Ирекмәндең шәхси кенәгәһе”н тапшырҙы, был өлкәләге эштәрендә уңыштар теләне.
Байрам моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ғаиләләрҙең йәшәйешен, һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәрен экранда күрһәткән фотоматериалдар сараға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Шулай итеп, Ғаилә йылына старт биреүсе тантана һәләтле, татыу ғаиләләрҙе бергә йыйҙы, арабыҙҙа өлгө алырлыҡ, маҡтауға лайыҡ атай-әсәйҙәрҙең күп булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.