Ғүмеренең һәр миҙгелен йыр итә
07 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңғыҙҡайын ауылында ғүмер итеүсе Рәүилә Хәлит ҡыҙы Мусинаны районда белмәгәндәр һирәктер. Был ханымды уңған хужабикә, һөйөк-
лө ҡатын, хәстәрлекле әсә, һәләтле актриса, һандуғастай моңло тауышлы йырсы тип таныйҙар.
Ошо ауылда йәмле Егән буйында тыуып үҫкән ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағас, колхоз стипендиаты булып, Cтәрлетамаҡ ҡала-һындағы мәҙәни-
ағартыу училищеһы-на уҡырға инә. Хор-дирижерлыҡ бүлеген уңышлы бөтөрөп, ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып эшкә ҡайта һәм әлеге көнгә тиклем яратҡан эшенә бар күңелен һалып эшләй. 25 йылдан ашыу "Мираҫ” театрының режиссеры була, 3 йыл элек "халыҡ” исемен алыуға өлгәшәләр. Спектаклдәрҙә төрлө ролдәрҙе оҫта башҡарыусы, концерттарҙа тамашасылар һорап йырлатҡан һәләтле йырсы ла ул. Ауылдаштары уны "үҙебеҙҙең һандуғас” тип йөрөтә. Әхмәтзәки Моратшин етәкләгән Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йортоноң талантлы, берҙәм коллективы ниндәй ҙә булһа темаға бағышланған йыл сараларына ентекле әҙерләнеп, приз-лы урындар яулауҙа Рәүилә Мусинаның да өлөшө ҙур. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте ра-йон мәҙәниәт бүлегенең бик күп дипломдары, 2005 йылда Мәҙәниәт министрлығының Маҡ-тау грамотаһы менән билдәләнгән.
Һөнәренән генә түгел, ғаилә тормошонан да уңған Рәүилә Хәлит ҡыҙы. 1985 йылда колхозда шофер булып эшләгән ошо ауыл егете Тәлғәт менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Төп йортҡа килен булып төшкән Рәүилә 7 йыл ҡәйнәһе менән бер ауыҙ һүҙгә килешмәй йәшәй. Тынғыһыҙ эшен Тәлғәт Абдулла улы аңлап, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, гастролдәргә спектакль декорацияларын машинаһына тейәп күп йөрөтә. Татыу ғаиләлә 1 ул, 1 ҡыҙ донъяға килгән. Илгиз улдары ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, химия заводында кадрҙар бүлегендә эшләй. Гөлназ ҡыҙҙары ла ғаиләле, Стәрлетамаҡта төпләнгән, икмәк комбинатында эшләй. Рәүилә менән Тәлғәт 2 ейән, 2 ейәнсәрҙең яратҡан өләсәй-олатаһы ла.
Мусиндарҙың таштан һалынған матур, иркен йорттары йәйен гөл-сәскәләргә күмелә. Ҡура тултырып мал-тыуар, йыл да 60-лаған ҡаҙ-үрҙәк аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә улар. Утын-бесән ташырға йөк машинаһы, үҙҙәре йөрөргә еңел машиналары бар. Мәҙәниәт йортондағы эше, йорт мәшәҡәттәре араһында ауылдаштары һорауы буйынса төрлө байрамдарҙы, туйҙарҙы алып барырға ла өлгөрә Рәүилә Хәлит ҡыҙы. Ә шулай ҙа буш ваҡытында иң яратҡан шөғөлө – тәмле ҡоймаҡ-бауырһаҡтар бешереү. Байрам өҫтәлдәрен йәмләп ултырыусы сәк-сәктәрҙе, туйҙарға кейәү ҡоймаҡтарына заказ биреүселәр һәр ваҡыт күп, ти ул. Тормош миҙгелдәрен йыр итеп, һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында, кешеләр араһында булған, уларҙың ҡайғы-шатлыҡтарын бүлешә белгән Рәүилә Мусинаны ауылдаштары ихтирам итә.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.