Бейей-бейей оҫтаралар
07 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бейей-бейей оҫтаралар 
Күптән түгел Өфө ҡалаһында үткән "Таланттар ҡанатында” халыҡ-ара бейеү конкурсында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Төл-кәҫ” өлгөлө балалар бейеү ансамбле сираттағы еңеүен яуланы.
3 көн барған бәй-гелә ансамблдең кесе төркөмө "Быяла ярсыҡ - уйынсыҡ” һәм коряк халыҡ бейеүҙәрен башҡарып, 1-се дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Улар гала-концертта ла уңышлы сығыш яһаны. Киләһе бәйгеләрҙә ҡатнашыу өсөн бейеүселәргә "Ҡунаҡ сертификаты”, етәкселәре Айгөл Бурановаға "Иң яҡшы етәксегә” Дипломы бирелде.
Беҙҙең балаларҙы бар күңелен, оҫталығын һалып бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәтеүсе Айгөл Фәрит ҡыҙына ансамблдә шөғөлләнеүсе балаларҙың ата-әсәләре исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Уны 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ. Шулай уҡ конкурстарға йөрөргә ярҙам күрһәткән район мәғариф бүлеге начальнигы З.Р.Әхтәмоваға, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Е.В.Соколоваға рәхмәтлебеҙ.
Айгөл ЛАТИПОВА.
Красноусол ауылы.