Кейекбаев рухы йәшәй бында
13 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Кейекбаев рухы йәшәй бында21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында "10-сы Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.
Гимназия беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Унда Кейекбаев рухы йәшәй, ғалимдың музейы ойошторолған. Конференцияның пленар өлөшөндәге сығыштар ҙа уның эшмәкәрлегенә арналды. Был күләмле сарала республиканың төрлө райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 140-ҡа яҡын бала ҡатнашты. Эштәр 8 секцияла тикшерелде. Баһалауҙы Мәғарифты үҫтереү институтының һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларынан торған жюри үҙ өҫтөнә алды. 2 турҙа үткән конференцияның тәүге турында уҡыусылар үҙҙәренең ғилми эштәренең тезистарын 1 ай алдан ойош-
тороу комитетына ебәрҙе. Сәйетбаба урта мәктәбенең ике уҡыусыһы 1-се турҙы уңышлы үтеп, 2-се турҙа ҡатнашыу мөмкинлеге алды. 6-сы класс уҡыусыһы Юлдаш Байбулдиндың (етәксеһе – З.Х.Иҙрисова) "Туғанлыҡ тамырҙарын барлайым” тигән эше жюри тарафынан юғары баһаланды һәм 1-се дәрәжә Дипломға, ә 8-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Заһиҙуллинаның (етәксеһе – В.С.Ҡунафин) "Хаттарҙа кеше яҙмыштары” эше 3-сө дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Был баһа уҡыусыларыбыҙ һәм шулай уҡ беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс ине.
Уҡыусыларыбыҙ киләсәктә алдарына тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып, ошондай сараларҙа ҡатнашырға, тигән уйҙар менән ҡайттылар. Уларға уңыштар теләйбеҙ. "Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тиелә бит халыҡ мәҡәлендә лә. Ысынлап та, тырышһаң, күп уҡыһаң еңеүҙәргә өлгәшеүе ауыр түгел.
Зилә ИҘРИСОВА,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.