Сәхнәлә - Үзбәк һәүәҫкәрҙәре
30 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әлбиттә, йылытылмаған мәҙәниәт йорто беҙҙе үтә һалҡын ҡаршы алды. Шулай ҙа өйҙән-өйгә йөрөп әҙерләгән спектаклдәре күңелгә йылы май булып ятты. Үзбәктәр элек-электән спектаклдәр менән тамашасыларын һоҡландырып тора. Ә быйылғыһы - Н.Асанбаевтың "Тимерғәле ҡарттың кейәүе” комедияһы барыһының да күңеленә хуш килер, моғайын.
...Ваҡиға ҡарт нефтсе, хеҙмәт ветераны, түшендә ике Ленин ордены йөрөткән Тимерғәле Яппаровтың өйөндә бара. Эйе, заманында тырышып эшләгән Тимерғәле ҡартты бөтә ҡала халҡы ихтирам итә, мәктәптәргә саҡырып һөйләтһендәрме, музейға уның тәжрибәһе  менән уртаҡлашҡан стенд әҙерләһендәрме, бөтәһе лә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында эшләнә. Бер бөртөк ҡыҙы Нурания – башлы-күҙле булғас, Тимерғәле ҡарт һөйөнөп бөтә алмай. Кейәүенән дә уңа – Рәфис Нәжметдинов эшсән егет булып сыға...
Ролдәрҙе Ғәлинур, Әлфиә, Динә Хәкимовалар, Марат һәм Фәрит Ибәтуллиндар килештереп башҡарҙы. Уларға ижади уңыштар теләге килә. Спектаклде худо-
жество етәксеһе Әлфиә Хәкимова әҙерләгән. Уларға һәм башҡа драма коллективтарына ҡыйыуыраҡ булырға, күләмлерәк әҫәрҙәр алырға кәңәш ителде.
Гөлфирә БӘШИРОВА.