Өләсәйҙә ҡунаҡта
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙәр яратҡан бишек йырын йырланылар, фәһемле әкиәттәр һөйләнеләр, ә балалар һөнәрҙәрен күрһәтте. Байрамда ҡатнашыусылар үҙҙәре әҙерләгән милли аш-һыуҙан күргәҙмә ойошторғайны, һәр ғаилә үҙенең нәҫел тамырҙарын сағылдырған шәжәрә-нәҫел ағасын да тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Ағинәйҙәр байрам барышында боронғо уйындарҙы иҫкә төшөрөп, "Йәшерәм яулыҡ" тигән уйын ойошторҙо. Ә инде өләсәйҙәрҙең сығышын мәртәбәле баһалама комиссияһы ентекле ҡарап барҙы һәм байрам һуңында төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне.
Шулай итеп, күңелле һәм фәһемле байрам барышында ейәне Тимурҙы ғына түгел, өләсәйҙәре менән уның иптәштәрен дә "ҡунаҡҡа саҡырған" шиғри күңелле Гөлшат Вәлиева "Ҡунаҡсыл өләсәй” булараҡ билдәләнде. Искәндәр Ҡәҙерғоловтың өләсәһе Фируза Шәрәфетдинова - "Үҙенсәлекле итеп таныштырыу”, ә икенсе өләсәһе Сәлимә Ҡәҙерғолова "Нәҫел тамырҙарын һаҡлаусы” номинацияһында билдәләнде. Ильвина Мөхәмәтованың өләсәләре Зәбирә Йосопова менән Мәүлиҙә Мөхәмәтова әҙерләгән милли аш-һыуҙан өҫтәл һығылып тора ине. Алтынай Нәзированың өләсәһе Минзәлә Нәзирова ҡыҙы Миңлегөл Тайсина яҙған бишек йырын шул тиклем моңло итеп башҡарҙы. Ильвина Заһиҙуллинаның өләсәһе Миңзилә Заһиҙуллинаның тормоштан алып үҙе уйлап сығарған бик тә фәһемле әкиәте балаларға ла, тамашасыларға ла ифрат оҡшаны.
- Әүәл-әүәлдән олатай-өләсәйле ғаиләләр иң бәхетле, тотороҡло, ҡурсаулы булып һаналған. Сөнки олатай-өләсәйҙәр ғаиләгә, ырыу-нәҫелгә генә хас булған йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тәрбиә алымдарын, нәҫел тамырҙары тарихын быуындан-быуынға тапшырыусы, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәрен тәүфиҡлы, тәртипле, эшһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүсе булған һәм булып ҡала. Ғаиләлә олатай-өләсәйҙәрҙең баһаһын күтәреү, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында, балаларҙа олатай-өләсәйҙәренә ихтирам һәм һөйөү уятыу йәһәтенән ойошторолдо был сара, - тип үҙ фекерҙәрен әйтте Красноусол ағинәйҙәрен күптән түгел генә етәкләй башлаған Мәрхәбә Собханғолова. - Киләсәктә олатайҙар ҡатнашлығында ошондай байрамдар ойошторорға уйлашабыҙ, - тип тә өҫтәне.
Әлеге бер буталсыҡ заманда, ғаиләләрҙә телдәрҙең бутҡаһы ҡайнашҡанда, район үҙәгендә үткәрелгән был сара туған телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау сараһы булып тора тип уйла-йым мин. Ошондай ғаиләләрҙә тел, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар һағында иң тәүҙә өләсәйҙәр тора. Олатайҙарҙы ла ылыҡтырып ебәрһәк, бигерәк тә шәп буласаҡ! Тик бындай саралар сәхнәлә генә уйналмаһын, ә беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа йәшәһен! Халҡыбыҙҙың милләт булып һаҡланыуы ғаиләнән башлана.
Районыбыҙҙың билдәле эшҡыуары Хәннән Ишмырҙин байрамдың төп бағыусыһы булды. Бындай сараларҙы артабан дауам итергә кәрәк, башҡа яҡтар ҙа күтәреп алыр тип өмөтләнәйек.
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ,
Ватан ауылы ағинәйҙәре етәксеһе.