Осрашҡанға тиклем сәхнәлә
13 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул сығышын Кемеровола янғында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итеүҙән башланы. Артабан театр һөйөүселәрҙе байрам менән тәбрикләне, ижади уңыштар теләне.
Оҙаҡ йылдар халыҡ театры сәхнәһендә матур образдар тыуҙырған, тамашасы һөйөүен яулаған Рәзилә Хәбибуллинаға, Әнүәр Ғәзизовҡа, Флүрә Садиҡоваға, Рәмил Сәйфуллинға, Риф Ихсановҡа, Рәүилә Килмөхәмәтоваға Мәҙәниәт министрлығы республика Халыҡ ижады үҙәгенең "Халыҡ театрының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемдәрен тапшырҙы.
Шулай уҡ театр миҙгелендә уңышлы премьералары менән һөйөндөргән "Ғафури” район халыҡ театры, Асҡар Ғөзәйеров исемендәге (Бурлы), "Ҡаран шишмә” (Еҙем-Ҡаран), "Мираҫ” (Яңғыҙҡайын), "Аҡбейек” (Сәйетбаба) халыҡ театрҙарын район мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. "Ғафури” халыҡ театры артис-тары төрлө номинацияларҙа: "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” өсөн Эльвира Насирова, "Иң яҡшы ирҙәр роле”ндә Хызыр Нәзиров, "2-се пландағы иң яҡшы ирҙәр роле” өсөн Фәнзил Ғәлин, "Иң яҡшы характерлы роль” өсөн Айһылыу Муллагилдина, "Иң яҡшы дебют” – Тәнзилә Вахитова, "2-се пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” – Рима Зәйнуллина, "Театрға тоғролоҡ” өсөн Фәриҙә Монасипова Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Тантаналы өлөштән һуң, тамашасылар спектакль ҡараны. Был көндө улар артистарға ғына түгел, авторға ла алҡышланы. Ишембайҙан килеп еткән Мөҙәрис Багаев сәхнәгә күтәрелеп, "күптән ошондай халыҡсан, ихлас театр һағындырған ине, минең уйымды оҫта итеп асып, тамашасыға еткерә алыуығыҙ өсөн рәхмәт. Был һуңғы осрашыу булмаҫ, тип ышанам”, - тине. Ысынлап та, бар тамашасылар үҙҙәре яратып өлгөргән театрҙың яңы спектаклдәренә тағы ла килергә тигән ниәттә таралышты.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.