Академтеатр артистары килә
25 мая 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

30 майҙа Район мәҙәниәт һарайында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары драматург Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса әҙерләнгән "Бер мәл санаторийҙа” тигән спектакль менән сығыш яһай.
Ошо көндәрҙә труппа етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Рәүис Хәбир улы Заһитов менән осрашып, буласаҡ спектакль хаҡында һөйләшеп алдыҡ.
- Рәүис ағай, республикабыҙҙың төп театры артистары килеүенә бик шатбыҙ. Спектаклдә кемдәр ҡатнаша?
- Был спектаклдә башлыса "йондоҙ”ҙар уйнай тиһәк тә була. Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева, Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Заһир Вәлитов, Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Хисамова, Миңзәлә Хәйруллина, Әхәт Хөсәйенов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, яҡташығыҙ Гөлфиә Рафиҡова, шулай уҡ йәш артистарыбыҙ Урал Әминев менән Рәзифә Динмөхәмәтова ҡатнаша.
- Был әҫәр театр репертуарында сағыштырмаса яңы булһа кәрәк?
- Былтырҙан бирле ҡуйыла ул. Театрҙа гөрләп бара, тамашасы бик йылы ҡабул итте, шуға райондарға ла алып сығырға булдыҡ. Әле бына һеҙгә килгәнгә тиклем Әлшәй, Стәрлебаш, Миәкә яҡтарында ошо әҫәр менән сығыш яһайбыҙ. Апрелдә генә Ҡазанда 10 көнлөк гастролдә булып ҡайттыҡ. Унда тамашасылар һорауы буйынса спектаклде ике тапҡыр ҡуйҙыҡ.
- Спектакль "Бер мәл санаторийҙа” тип атала. Беҙҙең шифаханаға ишара  түгелдер ул?
- Түгелдер. Башҡортостанда шифаханалар күп бит. Ғөмүмән, спектаклдәге ваҡиғаларҙы күрһәтеү, асыу өсөн иң ҡулай урын ул – шифахана, бары шул ғына. Бер үк персонаждар тиҫтә йылдар үткәс тағы ҡайҙа яңынан осраша ала? Бары шифаханала. Ял итеүселәр араһында төрлө мажаралар, мәрәкәләр ҙә булмай тормай. Төрлөһө була.
- Ниндәй персонаждарҙы күрәсәкбеҙ?
- Ҙур түрә лә, алдынғы механизатор ҙа, уҡытыусы һәм мәктәп директоры ла, һауынсы һәм атҡаҙанған артистка ла буласаҡ.
- Артистка ролендә, моғайын, Нурия Ирсаевалыр?
- Юҡ, Нурия бында һауынсыны уйнай. Артистка образында – Тәнзилә Хисамова. Мин үҙем элекке уҡытыусыны башҡарам.
- Тамашасыларға ни әйтерһегеҙ?
- 30 майҙа Красноусол район мәҙәниәт һарайына рәхим итһендәр, тормошсан да, мәрәкә лә тамашаны ҡарап ял итерҙәр. Спектакль киске сәғәт 8-ҙә башлана.
- Улайһа, тиҙҙән осрашҡанға тиклем! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Зифа ҒАЙСИНА әңгәмәләште.