“Әүлиә”не ҡарағандан һуң уйланыуҙар
22 июня 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Әүлиә”не ҡарағандан һуң уйланыуҙарА.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры күптән түгел районыбыҙ ауылдарында яҡташыбыҙ, яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның "Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән "Әүлиә” спектаклен тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.
Сәхнә биҙәлеше Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтен сағылдыра – тауҙар, урмандар, йылғалар, күлдәр...
Ролдәр башҡарыусыларына тура килтереп бүленгән, актерҙарҙың йәше, төҫ-ҡиәфәте, телмәре тап килеп тора. Л.Яҡшыбаеваның был әҫәрен тулыһынса уҡып сыҡҡанлыҡтан, Мөжәүир хәҙрәттең тормошондағы мөһим ваҡиғалар сәхнәлә тулыһынса күрһәтелде тип әйтә алам.
Заманына тура килтерелеп сәхнәгә Сталиндың портреты эленгән. Репрессияның шашынған осоро. Миҫал өсөн: Романовтар династияһы Рәсәйҙә батшалыҡ иткән 300 йыллыҡ дәүерендә, тарихсы ғалимдарҙың архив материалдарына нигеҙләнеп яҙғандарына ҡарағанда, батша суды тарафынан бөтәһе 83 кеше (5 декабристы ла ҡушып) үлем язаһына хөкөм ителһә, был йәлләдтең 30 йыллап идара итеү осоронда йөҙәрләп, меңәрләп тә түгел, ә миллионлап "халыҡ дошманы” һылтауы аҫтында бер ғәйепһеҙҙәрҙең ғүмере өҙөлә.
Мөжәүир хәҙрәт барлыҡ ҡыйырһытылыуҙарҙы ла "был миңә Аллам ебәргән сираттағы һынау һәм быны мин лайыҡлы үтергә тейешмен”, тип барыһына ла түҙә, бер кемгә лә үпкә белдермәй, асыу тотмай. Ә Мәскәүҙән ирле-ҡатынлылар һуҡыр ҡыҙҙарын Мөжәүир хәҙрәткә килтереп, уның дауаһынан ҡыҙҙың күҙе асылғас, шатлыҡтарынан хәҙрәткә рәхмәт артынан рәхмәт яуҙыралар, ҙур суммала аҡса тәҡдим итәләр. Әүлиә иһә аҡсанан баш тарта. "Һеҙҙең ысын күңелдән әйткән рәхмәтегеҙ миңә еткән, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара”, ти.
Үрҙә килтерелгән ике эпизод ҡына ла кешеләге иң күркәм сифаттарҙың берәгәйлеһе.
Ә ни өсөн шундай шәхестәрҙе совет власы ҡыйырһытҡан? Юҡ сәбәп табып төрмәләргә япҡан, каторгаларға оҙатҡан, үлем язаһына хөкөм иткән? Сөнки уның кеүектәрҙе алдап булмағанғалыр, тип уйлайым мин. Мәҫәлән, Лениндың: "Коммунизм – ул совет власы плюс илде тулыһынса электрлаштырыу” тигәненә беҙ, ябай халыҡ, заманында ышандыҡ. Коммунизм төҙөлөр тип өмөтләндек.
Совет власын урынлаштырҙылар, илде тулыһынса электрлаштырып (хатта унар ғына өйҙән торған ауылдарҙы ла) бөттөләр, ә коммунизм ҡайҙа? Ошондай һәм башҡа төрлө алдаҡтарға әүлиәләр мәңге ышанмаясағы көн кеүек асыҡ.
Әүлиәлеккә өлгәшеү өсөн кешегә тәбиғәт биргән һәләт кенә түгел, бик ҙур рухи көсөргәнеш тә талап ителә. Тәриҡәт (ғәрәпсә – юл) вазифаларын даими үтәп, юғары кимәлгә дәғүә итеүсе ул.
Сәхнәлә Мөжәүир хәҙрәт йөҙөндә тап шундай шәхесте күрҙек. Әгәр хәҙерге медицина өлкәһендәге белгестәр, ғалимдар әсә ҡарынында ятҡан баланың малаймы, ҡыҙмы йәки игеҙәкме, түгелме икәнен махсус приборҙар ярҙамында ғына әйтә алһалар, ә әүлиә тыуасаҡ сабыйҙың яҙмышын да әйтеп бирә алған. Әгәр әсә ҡарынында тыуасаҡ бөйөк шәхес ята икән, был турала ҡатын-ҡыҙ иҫкәртелгән, йөклөлөктө һаҡлап йөрөтөргә ҡушылған. Шулай булғас, әүлиәлек һәләте тыуасаҡ яратҡан ҡолона алдан инселәп ҡуйылған Аллаһы Тәғәләнең бүләге тип тә аңларға булалыр. Ә башҡорт, күп кенә дин ғалимдарының раҫлауынса, Аллаһтың һөйөклө милләте тип иҫәпләнә. Быға тулыһынса ышаныу өсөн "Башҡортостан әүлиәләр иле” тигән китапты уҡып сығыу ҙа етә. Быға өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, "Башҡортостан әүлиәләр иле” генә түгел, заманында мәҙрәсәләр иле лә булған. Сөнки һәр әүлиә үҙ төбәгендә мәҙрәсәһен дә асҡан, балалар ҙа уҡытҡан. Шуның өсөн башҡорт иленең төньяҡ-көнбайышына балаларын уҡытыу өсөн мәҙрәсәле ауылдарға татарҙар күсеп ултырһа, ә көньяҡ-көнсығышын ҡаҙаҡтар һәм башҡа мосолман халыҡтары биләгән. Сөнки ул замандарҙа йөҙәр саҡрым араға йөрөп балаларҙы уҡытыу бик ауыр, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә булған.
Яҙғандарымды йомғаҡлап, тормошҡа  айыҡ аҡыл менән ҡарарға күҙҙәребеҙҙе асып киткән Сибай драма театры эшмәкәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙән башҡа һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.
Рәсүл БАСИРОВ,
мәғариф ветераны.
Һабай ауылы.