“Быҙыбыт” шатлыҡ уртаҡлаша
17 июля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Быҙыбыт” шатлыҡ уртаҡлашаЙәйҙең иң оҙон көнөндә шатлыҡлы ваҡиғалар күп була икән. Быйыл республиканың "Байыҡ” балалар бейеү конкурсының гала-концерты тап 21 июнгә тура килде. Тамаша Өфө ҡалаһының "Ватан” этнопаркы майҙанында үтте. 500-ҙән ашыу бейеүсе бер сәхнәлә сығыш яһаны. Шулар араһында Ғафури районының йөҙөк ҡашына әйләнгән халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле "Быҙыбыт”тың бәләкәй төркөмө лә ҡатнашты.
Ә уға тиклем, 4 июндә беҙҙең бәләкәй генә бейеүселәребеҙгә һайлап алыу турын үтергә тура килде. 10 малай һәм 10 ҡыҙ етәкселәре Илшат Хәбибуллин менән абруйлы жюриға "Башҡортостан гөлдәре» тип аталған бейеүҙе тәҡдим итте.200-ҙән ашыу бейеү араһынан 30-лаған ғына номер гала-концертҡа үтте.
Гала-концертҡа өс көн ҡалғас, беҙҙең бәләкәстәребеҙ Өфөгә юлланды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә,үҙҙәренең бейеүенән башҡа, уларға "Гөлнәзирә”, "Башҡортостан” бейеүҙәрен һәм тағы ла бер нисә композиция өйрәнергә тура килде. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, талантлы етәкселәре арҡылы, барыһын  да атҡарып сыҡтылар.
21 июндә иң төп сәхнәлә ҙур тамаша булды. Шулай булмай ни?! "Байыҡ”ҡа бит 10 йәш! Был кистә беҙҙең ансамблгә тиңдәр табылманы кеүек. Беҙҙә Гран-при! Әйткәндәй, 5 йыллыҡ юбилейҙа ла Илшат Хәтим улы уҡыусыһы Искәндәр Әбелғужин менән "Һунарсы” бейеүе өсөн Гран-при алғайны. Быйыл уҡыусыларының еңеүенән тыш, етәксебеҙ үҙе лә еңеүсе булып сыҡты. Ул "Йыл етәксеһе” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды. Илшат Хәбибуллин ысынын да талантлы бейеүсе генә түгел, талантлы етәксе һәм ...ҡыҫҡаһы –  яҡшы кеше! Балалар уны бик ярата, ихтирам итә. Беҙ ҙә уға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Шулай уҡ беҙ рәхмәтебеҙҙе ошо еңеүгә ҙур өлөш индергән класс етәксебеҙ Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Мәүлетҡоловаға, тәрбиәсебеҙ Альбина Фәрит ҡыҙы Ғайсинаға, иң әүҙем ата-әсәләребеҙ Сабитовтар, Ҡотдосовтар һәм Иҙрисовтар ғаиләләренә, Айгөл Мөхәмәтшина һәм Елена Симановичҡа. Айырым рәхмәттәребеҙ хөрмәтле бағыусыларыбыҙ: "ШЭ Фомин” - етәксеһе Светлана Ивановна Фомина, "Ремстройпроект” ЯСЙ-һе  етәксеһе - Рушан Рауил
улы Фәйезов һәм "Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитовҡа.
Барлыҡ ата-әсәләр исеменән
Гөлназ Мирхәйҙәрова.