Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Шиғриәт байрамына саҡыралар
08 августа 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Шиғриәт байрамына саҡыралар



Бөгөн Өфөлә Шиғриәт байрамы була. 8 августа Яҡутов паркында республика яҙыусылары һәм шағирҙары йыйыла.

Тирмәләр ҡаласығында һүҙ оҫталары үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡый һәм китап уҡыусылар менән аралаша. Сараны бейеү Ритайымы дауами итә.

Китаптар, сувенирҙар, милли  кәрәк-яраҡтар, биҙәүестәр күргәҙмәләре ойошторола, милли ризыҡтарҙан — бал, ҡымыҙ һәм буҙанан ауыҙ итергә мөмкин.

Акцияны ойоштороусылар — республиканың Яҙыусылар берлеге һәм «Тирмәләр ҡаласығы» этно-проекты.