Башҡортостанда III «Йәйге Кубок 2018» төбәк-ара юмор кубогы уҙғарыла
08 августа 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда III «Йәйге Кубок 2018» төбәк-ара юмор кубогы уҙғарыла



Башҡортостандың Бөрйән районында Рәсәйҙә Ирекмән йылына һәм Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған III «Йәйге Кубок 2018» төбәк-ара юмор кубогы ойошторола. Сара 14 августа була.

Йәйге кубокта Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе өлкәһе һәм республика райондарынан студенттарҙың КВН командалары ҡатнаша.

«Йәйге кубок республикабыҙҙың хозур мөйөшөндә – Бөрйән районында үтә. Быйыл ул өсөнсөгә уҙғарыла һәм матур йолаға әүерелә бара. Быға тиклем унда Ҡаҙағстан командалары еңеү яулағайны. КВН-сылар бер-береһе менән аралашыр, ял итер һәм тамашасыларға байрам бүләк итер тип өмөтләнәбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов.