Ҡазандан еңеүҙәр менән!
23 ноября 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Коллектив "Халыҡ ижадын һаҡлаған өсөн” I дәрәжә Лауреат исеменә һәм Һамар ҡалаһында 2019 йылдың февралендә "Халыҡ сығанаҡтары” Бөтә Рәсәй халыҡ таланттары фестиваль-конкурсында ҡатнашыу өсөн "Йылмайыу” балалар һәм йәштәр ижадын үҫтереү фондының сертификатына лайыҡ булды. Был бүләктең тап был коллективҡа бирелеүе, "Айгүзәл” бейеү коллективының уңышлы сығыш яһауын күрһәтеп тора.  Улар бөтә көсөн, күңелен һалып "Солоҡсолар” һәм "Чечен” бейеүен һәр бер нескәлегенә тап килтереп бейене. "Ҡанатлы һөйөү” парлы бейеүе менән Әлиә Аҫылбәкова һәм Булат Буранов I дәрәжә Лауреат исемен алһа, Алтынай Анисимова "Ғәйбәтсе” бейеүен башҡарып, III дәрәжә Лауреат исемен яуланы.
- Стәрлебаш районында,Туймазы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Өфөлә күп тапҡырҙар сығыш яһағаныбыҙ бар, әммә республиканан ситтә беренсе тапҡыр бейенек. Был сараның ойоштороу кимәле лә юғары ине.  Беҙҙең "Айгүзәл” бейеү ансамбле репертуарыбыҙҙың тап халыҡсан булыуы менән жюри ағзаларын арбаны. Әлбиттә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлебеҙ, уларҙың ярҙамы менән был бәйгегә барҙыҡ. Шулай уҡ Альбина Рәжәп ҡыҙы Ишкина беҙҙең менән бергә барып, ярҙамлашып йөрөнө. Ата-әсәләрҙән Зөлфиә Ғәни ҡыҙы Шәйбәкова ла беҙҙең сәйәхәтте күҙәтеп, дәртләндереп, ярҙам итеп торҙо, - тип үҙҙәренең шатлығы менән уртаҡлашты Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова.
Был ансамбль башлыса Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 13-15 йәшлек өлкән класс уҡыусыларынан тора. Улар етәкселәре Айгөл Буранованың тәҡдимен күтәреп алып, "Хазина тур” агентлығы аша күрше төбәккә юллана. Бейеүселәргә ҡала буйлап экскурсияла йөрөү ҙә бик оҡшаған. Яңы тәьҫораттар, дәрт һәм дарман, илһам алып ҡайтты "Айгүзәл” бейеү ансамбле коллективы был конкурстан. Уларға киләсәктә лә ижади үрҙәр, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.