Ҡурайсылар оҫта йырлаған
04 января 2019 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡурайсылар  оҫта йырлағанЭлек-электән башҡорт халыҡ йырҙарының һүҙҙәре лә, көйө лә халыҡсанлығы,  йөрәккә үтеп инер моңо, аһәңле, илаһи көскә эйә булыуы менән айырылып торған. Йырсылар араһында кем генә булмаһын, атҡаҙанған, йәиһә халыҡ артисымы - репертуарында оҙон көйлө халыҡ йырҙары булмаһа, еңел-елпе йырҙар башҡарыусы кеүек күренә. Оҙон көйҙәрҙе һәр ваҡыт ҡурайсылар оҫта башҡарыр булған.
Район мәҙәниәт йортонда эшләүсе ҡурай буйынса белгес Рәмил Ҡотдосовтың Туймазыла үткән "Оҙон көй – 2018” бәйгеһендә ҡатнашып, Гран-при алып ҡайтыуына һис аптырарға түгел. Уның Буранбай сәсән тоҡомонан булыуы ла күпте һөйләй. Ул Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән. Ә был ауылда һәр икенсе кеше йыраусы, ижади ҡарашлы икәнлеге билдәле. Уның атаһы Мостафа Ибраһим улы география уҡытыусыһы,  халыҡ сәнғәтенә ғашиҡ, тоғро кеше була. 2008 йылда "Байыҡ”та, "Ирәндек моңо”нда ла ҡатнашҡан. Рәмил дә оҙон көйҙәрҙе бәләкәйҙән үҙенең ҡанына һеңдереп, ғашиҡ булып үҫкән.
- Мин был конкурсҡа өсөнсө тапҡыр барҙым. Унда һәүәҫкәрҙәр генә ҡатнаша.  "Ғәзизәкәй”, "Һөнәш”, "Көйөлдө”, "Типа”, "Урал”  йырҙарын өйрәндем.  Халыҡ йыры йырланһа ғына йәшәй. Фәнни нигеҙҙә лә өйрәнергә, халыҡсан булһын өсөн тын алышты ла, тойғоно ла дөрөҫ еткерә белеү мөһим. Был маҡсатта "Хазина” тапшырыуы бик һәйбәт эш алып бара. Еңел генә итеп өйрәнеп булмай, айҙар, йылдар буйы шөғөлләнергә кәрәк. Һөнәри яҡтан үҫер өсөн дә ошондай конкурстар һәйбәт һөҙөмтә бирә. Мин үҙем төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып торам, һөҙөмтә булғас, тағы ла шөғөлләнергә кәрәк тип ҡайтаһың. Оҙон көйҙәр ҡомартҡы кеүек ҡала бара. Өлкәндәр килә, уларҙан өйрәнәһең. Улар ҙа
донъя күргән кешеләр бит инде, көйҙө тойоп, аңлап башҡаралар.
Был конкурста абруйлы жюри БР-ҙың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Италиянан килгән, сығышы менән Туймазынан булған опера йырсыһы, йыр консерваторияһы кафедраһы профессоры Суфия Мөхәмәтова-Бадиали, БР-ҙың халыҡ артисы, Х.Әхмәтов исемендәге филармония солисы Азамат Тимеров, музыка белгесе Миләүшә Иҙрисованың булыуы үҙе үк ҙур мәртәбә. Ә йомғаҡлауҙа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙе ҡотланы,  - тип үҙенең конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәмил Ҡотдосов.
Рәмил Мостафа улы иң тәүҙә сәнғәт училищеһын, һуңынан ситтән тороп сәнғәт академияһын тамамлай. Тормош иптәше Зарема менән Баяс һәм Заһиҙа исемле ул-ҡыҙ үҫтерәләр. Бәләкәйҙән күңелдәренә һеңдереп, халыҡ моңдарын тыңлап үҫкән балалары ла халҡыбыҙ моңона битараф булмаҫтар, үҙенсәлекле моңдоң, ҡурай сәнғәтенең бы-уындар бәйләнеше лә бар тигән өмөттәбеҙ. Рәмил Ҡотдосовҡа яңынан-яңы ижади үрҙәр, еңеүҙәр, башҡорт ҡурайын, халҡыбыҙ моңон балҡытып йәшәүен теләп ҡалабыҙ.
Ә.ЛАТИПОВА.