Мостайҙың 100 йыллығына
04 марта 2019 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мостайҙың 100 йыллығына"Аманат” журналы редакцияһы Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ты-
уыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе ойошторғайны.
Беҙҙең райондан шиғриәт бәйгеһендә Юлыҡ ауылынан Динара Насирова (уҡытыусыһы - Альмира Яҡшыбаева) – беренсе урын яулап, ноутбук, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5 "А" класс уҡыусыһы  Айназ Мәхийәнов (етәксеһе - Саимә Игелекова) сәсмә әҫәрҙәр номинацияһында еңеп, электрон китап менән бүләкләнде.
Бәйге еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының күркәм Аҡ залында үтте.
Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе – уҡыусы балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен – ҡотларға оло әҙиптәребеҙ, мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне: Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, "Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, сатирик Марсель Сәлимов, яҙыусы, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова, шағир Салауат Әбүзәров һ.б.
– Ижадты яратҡан, матурлыҡҡа ынтылған балаларға Мостай олатайығыҙҙың бүләге тип ҡабул итегеҙ, – тип Мостай Кәрим исемендәге фонд рәйесе Әлфиә Кәримова еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бүләктәрҙең дә ниндәйе бит әле – ноутбук, планшеттар, электрон китаптар, Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре һәм М.Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы.
Бәйгенең икенсе өлөшө еңеүселәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулған йыл аҙағында иғлан ителәсәк. "Аманат” журналын уҡыусы балаларҙы быйыл да әүҙем булырға, ижади бәйгенән ситтә ҡалмай, дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА,
"Аманат" журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире.