Йондоҙло сәғәт һуҡҡас
29 июня 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йондоҙло  сәғәт  һуҡҡасРәйлә Назарғолова (һүрәттә) әҙәбиәткә һуңлабыраҡ килде. Әммә ул бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙенә генә хас тауышы, тормоштан алған ҡыйыу мәҡәләләре, ярып әйтер һүҙе  менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уҡыусы йөрәген яулап өлгөрҙө.
Рәйлә менән тәүге тапҡыр һөйләшеүем бөгөнгөләй хәтеремдә. 2000 йылдар башы ине. Берәү "Ашҡаҙар” гәзите редакцияһына  шылтыратып, билдәле бер табип тураһында яҙыуыбыҙҙы һораны. Мин уға: "Ул врачты һеҙ беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһегеҙҙер, шулай булғас, үҙегеҙ яҙып килтерегеҙ инде”, тип яуапланым. Байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп киткәс, ул тағы шылтырата: "Олатайым тураһында бер материал килтерәм. Ул – 30-сы йылдарҙағы сәйәси золом ҡорбаны, нахаҡҡа хөкөмгә тарттырылып, һөргөнгә ебәрелгән”. Был юлы әңгәмәсем оҙаҡ көттөрмәне – мәҡәләһен тотоп килеп тә етте. Архивтарҙа ҡаҙынып, бик ентекләп яҙылған йөрәк тетрәткес документаль әҫәр ине ул. Үҙебеҙҙең гәзиттә сығарыу менән бер юлы "Йәшлек”кә лә ебәрҙек - шунда уҡ бер һүҙен дә үҙгәртмәй баҫып сығарҙылар. Күп тә үтмәй, ошо мәҡәләнән ҡанатланған гәзит уҡыусыбыҙ редакцияға бер-нисә шиғырын алып килде. Бер тынала уҡып сыҡтым – улары ла һәр кемгә аңлайышлы, эскерһеҙ, йөрәк аша яҙылған, өлгөрөп еткән шиғырҙар ине. "Таныш булығыҙ: яңы исем” рубрикаһы аҫтында баҫтырып сығарҙыҡ.
Унан бирле хәҙер 10 йыл ваҡыт  үтте. Рәйлә Назарғолова ошо йылдар эсендә ныҡлы ижадҡа тотоноп, бик күп үткер мәҡәләләр яҙҙы, шиғырҙар ижад итте. Әҙәбиәттәге иң ҡатмарлы, ауыр жанрҙарҙың береһе булған драматургияға ла  мөрәжәғәт итергә  йөрьәт итте. Әле уның ижад  һандығында тиҫтәгә яҡын пьесаһы  үҙенең йондоҙло сәғәтен көтөп ята. Рәйлә ханым бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмай, теген текһенме, сигеү сикһенме, йә булмаһа башкөллө ижади эшкә сума. Ул әле бының менән генә сикләнмәй, күптән түгел талантының тағы бер яғы асылды – сигеү менән нағышлап картиналар яҙа башланы.
Рәйлә Назарғолованың тормош юлы һикәлтәле лә, бай ҙа, тынғыһыҙ ҙа. Байымбәт ауылы ҡыҙы, ауылдашы  Рим Назарғолов менән өйләнешеп, бик матур ғына йәшәп алып китәләр. Шыңғырлап торған бынамын тигән өй ҙә һалып инә йәш ғаилә. Тик, көтмәгәндә Рәйлә аяуһыҙ сиргә дусар була. Шунлыҡтан, ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Рәйлә Барый ҡыҙы оҙаҡ йылдар машиналар эшләү заводының  торлаҡ-коммуналь бүлегендә паспортсы  булып эшләй. Бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ғаиләгә ауыр ҡайғы килә - автосервис асып ҡына йөрөгән ваҡытта иптәше автоһәләкәткә осрап һәләк була. Тәү ҡарашҡа тал сыбығылай нәҙек, сибек кенә күренгән ҡатын һеңгәҙәп ҡалмай, киреһенсә, үҙендә рухи  көс таба. Балалар ҙа бөгөлөп төшмәй, улар ҙа ҙур  яуаплылыҡ тоя. Рөстәм, урта мәктәпте тамамлау менән Төркиәгә китә. Ризыҡ уны унда 14 йыл йөрөтә, шул йылдарҙа  оло тормош мәктәбе үтә. Стамбулдағы атаҡлы  Мәрмәр университетында белем ала, төрөк, инглиз телдәрен төплө өйрәнә. Иншалла, хәҙер  ул яңынан тыуған яғына  ҡайтып, яратҡан ҡыҙына өйләнеп, матур итеп донъя көтә. Ә Гөлназ Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамланы, унан һуң киске уҡыуҙа  тағы бер юғары белем алды. Ул да  хәҙер башлы-күҙле булды. Әйткәндәй, Рәйлә Назарғолова үҙе лә Стәрлетамаҡ  яҙыусылар ойошмаһында байтаҡ ҡына ваҡыт эшләп алды.
Бөгөн Рәйлә - мораҙына ирешкән бәхетле әсәй. Күңеле уның йырлап йәшәй, яҡшы эштәре, изге кәңәштәре менән кешеләргә һәр ваҡыт яҡтылыҡ өләшә. Шуға ла ауырлыҡтар алдында баш эймәй, үҙенең ике "5”леһен ҡаршылаған матур бер мәлендә  киләсәккә  ҙур пландар менән йәшәй беҙҙең Рәйләбеҙ. Алдағы тормошонда бәхетле әсәй, өләсәй булып, "Рухиәт”  тигән ғәжәйеп һоҡланғыс бер диңгеҙҙә ҡолас ташлап йөҙөп, кинәнеп ижад итеүен  теләйек!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.