Китаптың да була татлыһы
10 августа 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Кем генә тәмле-татлы ашарға яратмай икән! Ана, Алтынай исемле һылыу ҙа шоколад, кәнфит тиһәң — үлә лә ҡуя. Юҡ тигәнде лә белмәй. Бөттө тиһәң, ҡана, тоҡсайыңды күрһәт, тип быуынға төшә икән. Шулай бер көн әсәһе мул итеп шоколад алып ҡайта. Ҡыҙыҡайға берәүһен сығарып тотторғас, Алтынайҙың ауыҙы йырылып китә. Уныһын тиҙ генә ашай ҙа, тағы берҙе һорай.
"Етеп торор, күгәрсенкәйем. Тәмле-татлы менән мауығырға ярамай. Әтеү үҙеңә шоколад үсегер ҙә ҡуйыр", — тип әсәһенең әйтеүен дә ҡолағына элмәй. Ахырҙа әсәһе тәмлекәстәрҙе ҡыҙынан алыҫыраҡ — шкаф башына ҡуя ла ихата эштәре менән кәртәгә сығып китә.
Шуны ғына көтөп торған Алтынай йәһәт кенә шкаф башына үрмәләй. Тоҡсай эсенән ҡуш услап бер нисә шоколадты эләктерә лә ҡомһоҙланып һоғона башлай. Был хәл нимә менән бөтөр, тип уйлайһығыҙ? Юҡ, әсәһе уны һис тә әрләмәйәсәк. Бының өсөн асыуланып, мөйөшкә лә баҫтырып ҡуймаҫ. Шоколад үҙе Алтынайға үсегә! Ә нисек икәнен хәҙер һөйләйем.
Хеҙмәттәшебеҙ, танылған сатирик Венер Исхаҡовтың ошо көндәрҙә балалар өсөн "Шоколад ниңә асыуланды?" тигән китабы донъя күрҙе.
Венер Айҙар улын беҙ тәү сиратта тәрән мәғәнәле юмор оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек донъя күргән "Таяҡ" исемле сатирик хикәйәләр китабы тиҙ арала уҡыусыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор.
"Венер Исхаҡовтың әҫәрҙәрен уҡыған һайын көлгө, көлгән һайын уҡығы килә", - тип яҙғайны ҡәләмдәше Салауат Әбүзәр. Бик хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, уның әҫәрҙәре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Кешенең холоҡ-фиғелен яҡшы белгән, халыҡ һөйләшен хикәйәләрендә уңышлы ҡулланған, һутлы тел менән яҙған Венер Исхаҡов бөгөн башҡорт сатириктары араһында алдынғы сафта бара. Бәлки, ошо һүҙҙәрем кемдәргәлер арттырыу тип тойолор, әммә был ысынлап та шулай.
Быға тиклем гел олораҡ уҡыусылар өсөн яҙған кешенең балалар китабы сығарыуы, бер ҡараһаң, сәйерерәк тә. Сөнки һәр кем кескәйҙәргә әҫәрҙәр яҙа алмай. Уның өсөн тәү сиратта бала күңелле булыу кәрәктер.
Венер Исхаҡов менән бергә йыш ҡына райондарға командировкаға сығырға тура килә. Мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙарҙа уның уҡыусылар менән еңел уртаҡ тел табыуына аптырап та ҡуябыҙ. Хатта ҡыйыуһыҙ шымыҡай бала ла Венер Исхаҡов менән иркенләп аралаша башлай.
Автор балаларҙың күңел кисерештәрен яҡшы белә. Шуғалыр ҙа уның әҫәрҙәге геройҙары зирәк тә, шаян да, тиктормаҫ та. Күпте күреп, күпте белергә тырышыусан. Улар, ярамаған эш ҡылып, оятҡа ла ҡала, хаталанып үкенеп, ғүмерлек һабаҡ та ала. Изгелек эшләп, рәхмәткә лә лайыҡ улар.
...Шоколадты күп итеп ашаған Алтынай ҙа кискә ҡарай тынысһыҙлана башлай. "Тәнем ҡысый", - ти ул, мыжып. "Эй, ҡыҙым, шоколадты бик яратаһың да бит, әгәр берәмләп кенә ашаһаң, ул да һине яратыр ине", - тип йыуата әсәһе. Балалар һәр күренеште үҙенсә аңлай: тәненә таптарҙың сығыуын да шоколадтың асыуланыуы тип ҡабул итә Алтынай. Үҙ ғәйебен таныған бала киләсәктә бындай ҡылыҡҡа юл ҡуймаҫ...
Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Кескәйҙәр өсөн ижад иткән шәхес алдына ҙур яуаплылыҡ ҡуйыла. Аҡ ҡағыҙға нимә яҙаһың, шул тороп ҡала бит.
"Мин кешенең физик етешһеҙлегенән көлгән яҙыусыларҙы аңламайым", - тигәйне Венер Исхаҡов бер мәл. Был ҡарашҡа автор сатирик әҫәрҙәрендә лә, бигерәк тә балалар өсөн хикәйәләрендә тоғро ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны аңлап бөтмәгән ҡәләм эйәләре лә бар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ниндәйҙер әҫәрҙә автор баланың ҡылый күҙле, йәиһә ҡарпыш ҡолаҡлы икәнлегенә айырыуса иғтибар бүлһә, уны кәмһетеп күрһәтһә... Шундай уҡ бала китапты уҡыһа, ғүмерлек яра аласаҡ бит! Был йәһәттән автор сама белеп эш итә.
"Шоколад ниңә асыуланды?" китабының тағы бер үҙенсәлеген билдәләп үтмәксемен. Хикәйәләрҙә балалар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә бик күп файҙалы мәғлүмәттәр бар. Бына шуларҙың береһен генә миҫал өсөн килтерәйем:
"Ҡыҙыҡай кескәй ҡоштарҙы йәлләне.
– Бынау һыуыҡта уларға ҡыйындыр инде? Беҙ әле кейенеп йөрөп тә өшөйбөҙ. Бахырҙар, ни өсөн йылы яҡҡа китмәне?
- Ылыҫлы ағас тубырсыҡтарында файҙалы матдәләр күп. Шуға уҫал ҡышҡа бирешеп бармайҙар. Улар хатта ҡышын да бала сығара, - тине әсәһе.
- Ысынмы?
- Ниңә шаяртайым. Шыршының ҡуйы ботаҡтары араһында йылы итеп оя ҡорғас, уларға бер ниндәй һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Ике аҙна тигәндә, ояла бәләкәс кенә себештәр сыға. Әсәләре кескәйҙән шыршы орлоҡтары менән һыйлай. Улар бик шәп үҫә..." ("Шыршы турғайы").
Автор балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен дә йәнле итеп бирә. Әҫәрҙәге геройҙарҙың һөйләше "ағас тел" түгел, ә тормошсан. Яҙыусының ошо оҫталығы ышандырыу көсөн арттыра, уҡыусыны ылыҡтыра.
Әйткәндәй, Венер Исхаҡов хәләл ефете Нәжиә менән Алтынай һәм Таңсулпан исемле башҡорт рухлы ҡыҙҙар үҫтерә. Милли ерлектә тәрбиәләнгәнгә күрә, балалар иркенләп туған телендә аралаша, бейеү һәм йыр түңәрәгенә лә йөрөй. Ошо ҡыҙҙар менән булған хәл-ваҡиғалар әҫәрҙең нигеҙен тәшкил итә.
Венер Исхаҡовтың яңы китабы донъя күргәс тә Өфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортонда осрашыу үтте. Күрәһең, китап уҡыусылар күңеленә хуш килгән. Шуғалыр ҙа балалар авторға бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы. Тәрбиәселәр ҙә китаптың ни тиклем фәһемле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә икәнлеген белдерҙе.
Йомғаҡлап шуны әйтмәксемен: һәр кемдең бала сағында яратҡан кейеме, уйынсығы була. Оло йәшкә еткәс тә, ошо уйынсыҡтарын иҫенә алып, ул эскерһеҙ бала саҡ донъяһына әйләнеп ҡайта. Венер Исхаҡовтың татлы ризыҡтай "Шоколад ниңә асыуланды?" китабы ла киләсәктә бик күптәрҙең күңелендә мауыҡтырғыс бала саҡ иле хәтирәләре булып һаҡланыр.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.