Байрам концерты
09 ноября 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошондай уҡ байрам концерты Бурлы һәм Байымбәт ауылдарында ла бик күркәм үтте.
Бурлы, Яугилде, Ҡормантау, Байымбәт ауылдары һәүәҫкәрҙәренән торған төркөм тәүҙә Бурлы мәҙәниәт йортонда, иртәгәһенә Байымбәт ауыл клубында сығыш яһап, моңло йырҙары менән хистәрҙе сайпылдырҙы, бейеүҙәре менән күңелдәрҙе елкендерҙе. Эльвира Абдрахманова, Римза Яҡупова, Юлиә Юлбарисова, Гөлназ Хисмәтуллина, Сәүиә һәм Раян Мөхәмәтдиновтар һәм башҡаларҙың сығышы күңелдәргә хуш килеп, байрам сараһын тағы ла сағыуыраҡ итте, йәм өҫтәне. Берҙәмлек көнө сараһынан берҙәмлек тойғоһо кисереп, һәләтле һәүәҫкәр ауылдаштары менән ғорурланып, ҡәнәғәтлек хисе кисереп таралды концертҡа килеүселәр.
Фәрғәт ҒӘЛИН.