Ҡыш бабайҙың яңы мажаралары
28 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

- Дә-ә-ә, уҙа ғүмерҙәр, - тип үҙ алдына һөйләнде Сәйфи. – Яңы йыл да етеп килә.
Ҡатыны әйләнеп ҡарамай ғына:
- Әллә быйыл Яңы йыл булмаҫ тип уйлағайныңмы? – тине, былтырғы хәлгә төрттөрөп.
Донъя бөтә икән тип, шик-шөбһәлә йөрөгән көндәрен иҫенә төшөрҙө Сәйфи.
- Именлек булғас был көндәрҙе лә күрәбеҙ, - былтырғыны иҫләп байрам кәйефен боҙғоһо килмәгән Сәйфи һүҙҙе тиҙерәк икенсегә борҙо, - урманға барып шыршы алып ҡайтайым әле.
- Һатып ҡына алайыҡсы, киҫеп алһаң штрафы бик ҙур тиҙәр бит.
- Әйтерҙәр инде ул. Ана, тәмәкенең тышына ла "Тәмәке тартыу һаулыҡ өсөн зарарлы” тип яҙыла. Ә тартыусылар кәмергә уйламай ҙа. Ирҙәре тартмаған ғаиләлә ҡатындары төтәтә. Араҡы зыянлы тип тылҡыйҙар, барыбер эсмәй тормайбыҙ. Бына мин дә шыршы киҫеп, штрафын түләгәс, һин, ҡарсыҡ, дөрөҫ әйткәнһең икән, тиермен әле. – Ул шулай уйынлы-ысынлы һөйләнә-һөйләнә кейенеп сығырға әҙерләнде.
- Штраф тигәндән, күршеләр, 100 мең һум түләргә тейештәр икән. Кредит алған булғандар ҙа, ваҡытында түләмәгән өсөн пеняһы артҡан тиме. Икеһе лә мәктәптә эшләй ине бит. Ҡыҫҡартыуға эләгеп эшһеҙ ҡалдылар. Шуға түләй алмағандарҙыр инде, - тип икенсегә төштө ҡатыны.
- Ул кредитты алыуы ғына еңел шул инде, - Сәйфи күршеләрен ысын күңелдән йәлләп ҡуйҙы, - әле ҡайҙалар һуң улар?
- Себерҙә эшләп йөрөй күршебеҙ.
- Дә-ә-ә, - тип һуҙҙы Сәйфи, - бөтөн ауыл йәштәре Себергә китә. Элек һөргөнгә ебәргәндәр, хәҙер вагон-вагон булып тейәлеп аҡса эҙләп китә беҙҙең халыҡ унда. Ә бит үҙебеҙҙә сит әҙәмдәр, ҡайҙандыр килеп эшен дә, аҡсаһын да таба. Ярай, һин, ҡатын, әллә нимәләр һөйләндереп мине тотҡарлама әле, тиҙерәк ҡуҙғалайым.
Бер сәғәт үттеме-юҡмы, урманда ине инде Сәйфи. Матур ғына шыршыны табып киҫеп тә алды. Тап ошо мәлдә эргәһенә ҡар бураны туҙҙырып, вертолетҡа оҡшаған осоу аппараты килеп төштө. Сәйфи үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо.
Осҡостан Ҡыш бабай сыҡты.
- Ҡыш бабайҙар элек пар атта елдерә ине, хәҙер вертолетта ғына оса икән дәһә, - тигән булды Сәйфи ҡаушауын һиҙҙермәҫкә тырышып. – Мин – Сәйфи, тулы исемем Сәйфетдин була, - тип үҙе менән таныштырыуҙы кәрәк һананы.
- Мин ябай Ҡыш бабай ғына түгел, агент-0013 булам, - тине Ҡыш бабай, - йәғни әлеге ваҡытта төбәктәр, ҡалалар буйлап барған Олимпиада уты эстафетаһын оҙатып йөрөйөм. Эстафета имен үтһен өсөн яуаплы мин. Әле бына 20-21 декабрҙә ошо эстафета һеҙҙең республиканың баш ҡалаһында үтте. Был тирәнән уҙғанда  ниңәлер сигналдар эшләмәҫ булды, ориентир юғалды. Инде нисәмә көн бер тирәлә әйләнеп тик йөрөйөм. Ҡасандыр бынан ниндәйҙер күк есеме осоп үткәнгә оҡшай. Сигналдар юғалыу шуның эҙемтәһе түгелме икән, тим.
- Эйе, былтыр беҙҙең яҡтар аша метеорит осоп үткәйне шул. Силәбе өлкәһенә барып төштө ул.
- Шулайҙыр шул.
- Әммә һеҙҙең бында килеп төшөүегеҙ ысынбарлыҡ түгел һымаҡ. Төш күрәмдер кеүек.
- Мөғжизә тимәксеһеңме? Күптән түгел, 24 ноябрҙә, ана, Бөрйән районында тау башында ҡала барлыҡҡа килгәнен, поезд үтеп киткәнен, барып туҡтағас унан кешеләр төшкәнен, шул тирәгә хатта, самолет төшкәнен дә күргәндәр. Фотоға ла төшөрөп алғандар. Һуңынан был күренеш юҡҡа сыҡҡан. Быны ла төш күргәндәр тиерһеңме?
- Эйе, ғәжәпкә ҡаршы, булған хәл был. Гәзиттәрҙә яҙғайнылар шул.
- Шулай булғас, минең осоу аппаратымдың аҙашып йөрөп бында килеп төшөүенә лә аптырама.
Осраҡлы килеп юлыҡһам да, бер туҡталғас һеҙҙең яҡтарҙы гиҙеп йөрөгө килә. Мажараһыҙ сәфәр ҡыҙыҡһыҙ бит ул Ҡыш бабай өсөн. Бергә-бергә күңеллерәк булыр, әйҙә, Сәйфи минең менән.
Сәйфи: "Юҡ, миңә ҡайтырға кәрәк, өйҙә ҡатын көтә”, - тип тәүҙә ҡаршылашып ҡараһа ла, Ҡыш бабай уны үҙе менән алды…
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Артабан нимәләр булғанын, геройҙарыбыҙ осраған мажаралар хаҡында  бәйәнләүҙе гәзит уҡыусылар ҡарамағына ҡалдырабыҙ. Инде йолаға әйләнгән "Юморесканы яҙып бөт” конкурсына ижади эштәрҙе 31 ғинуарға – Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса Йылҡы йылы ысынлап үҙ хакимлығына ингәненә тиклем ҡабул  итербеҙ. Еңеүсене хәбәрселәр ҡоронда бүләкләрбеҙ. Рәхим итегеҙ, бәйгебеҙгә, ҡәләмле гәзит уҡыусыларыбыҙ.
Редакция.