Бейеү – тылсымлы сәнғәт
09 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Бейеү – тылсымлы сәнғәтБейеү – тылсымлы сәнғәтБейеү – тылсымлы сәнғәтИң боронғо сәнғәт төрҙәренең береһе булған бейеү көнөнә арнап район мәҙәниәт һарайында "Феникс йондоҙлоғо – 2017” исемле концерт-фестиваль үтте.

Йүкәгә дан йыры
09 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Июнь аҙағы - июль башында,
Көн болотмо, эҫе томрамы,
Бар донъяны тултырып хуш еҫкә
Йүкә сәскә ата донъяла.
Бал ҡорттары осоп һутына
Кәрәҙҙәрҙе тултырып бал йыя.
Аҡландарҙа оҫта ҡортсолар
Сәмләнешеп китеп дан йыя.
Мин - йүкәгә ғашиҡ бер иҫәр,
Иҫереп китеп сәскә еҫенә,
Үткәндәргә ҡайтып китәм дә,
Ҡабат киләм ғүмер кисенә...

Рөстәм Хәмитов юғары баһаланы
06 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин «VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, 2020 йылда Өфө уны үткәреү урыны буласаҡ. Указда Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу менән бәйле сығымдар федераль ҡаҙнала Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ҡаралған бюджет ассигнование-лары сиктәрендә финансланасағы билдәләнгән.

Торатау буйы гөрләп торҙо
02 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Торатау буйы гөрләп торҙо20 майҙа изге Торатау итәгендә шаулап-гөрләп Юрматы ырыуының йыйыны үтте. Йыйынға Юрматы ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Мәләүез, Федоровка, Ғафури райондарынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан, шулай уҡ Санкт-Петербургтан, Венгриянан ҡунаҡтар йыйылғайны.

Музейҙар төнө
31 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Музейҙар төнө
Музейҙар төнөМузей – тарих һандығы,

Һандыҡ асыҡ һәр кемгә.

Уның серен асыр өсөн

Кәрәк бик йыш килергә.

Мин "Музейҙар көнө” тигәнде беләм, ә "Музейҙар төнө” тигәнде ишеткәнем юҡ, хәтерләмәйем.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 78