Төбәктә башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк
13 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм тейешле методик комплекстар әҙерләнәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында белдерҙе.

Башҡорт телен нисек өйрәнергә: яңы башлаусыларға 10 кәңәш
10 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

 

Һуңғы ваҡытта башҡорт телен өйрәнеү тураһында барған бәхәстәр күбеһенсә республика уҡыусыларына ҡағыла. Ә үҫеп еткән, әммә телде ныҡлап өйрәнергә теләүселәргә нимә эшләргә? Башҡорт теле рус һәм инлиз телдәренән нимәһе менән айырыла, ни өсөн –һы киҫәксәһе өҫтәлә һәм үҙ алдыңа өйрәнеү әсбабын ҡайҙан алырға –бергәләп асыҡлайыҡ.

Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ебәреүен дауам итә
10 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Республика башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә. Уларҙың һәммәһе лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында туплана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, башҡорт дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы проектын әҙерләгәндә барлыҡ тәҡдимдәр ҙә ентекле өйрәнеләсәк һәм иғтибарға алынасаҡ. Иң яҡшы идеяларҙы Башҡортостан Башлығы указы буйынса булдырылған телдәргә ярҙам фондынан финанслауға тәҡдим итеү ҡаралған.

Яҙыусының рухи йәдкәре
06 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҙыусының рухи йәдкәре
Яҙыусының рухи йәдкәре
Яҙыусының рухи йәдкәреБилдәле булыуынса, районыбыҙҙан бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан. Әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә улар айырыуса күп. Райондың һәр ауылында тиерлек яҙыусы тыуып үҫкән. Шулар араһында Ибраһим ауылында тыуып үҫкән Шакир Ғиниәтулла улы Насиров та бар.

Халыҡ тарихын барланыҡ
06 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Имәндәш ауылында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған саралар  йыл да бик матур итеп ойошторола. Ә быйылғыһы бигерәк тә үҙенсәлекле булды. Ауыл ағинәйҙәре ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто менән берлектә "Яулыҡтарҙа – халыҡ тарихы” тип аталған тәрбиәүи маҡсатлы музыкаль сара әҙерләп, оло йәштәге ауылдаштары алдында сығыш яһаны.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 78