Өләсәй һандығында ни бар?
10 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

16 апрелдә 14.00 сәғәттә  район мәҙәниәт һарайында район Ағинәйҙәр ойошмаһы Ғаилә йылына арнап "Өләсәйем һандығы” тип аталған сара уҙғара.
Унда район ауылдарынан ҡатнашыусылар
көтөлә (12+).

“Хыялға ҡаршы”
10 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

13 апрелдә Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Хыялға ҡаршы” тигән спектакль менән сығыш яһай.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың танылыу яулаған "Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән спектакль өлкәндәргә лә, балаларға ла берҙәй ҡыҙыҡлы. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана, билет хаҡы 200 һум (12+).

Өләсәйҙә ҡунаҡта
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Күптән түгел беҙгә, Ватан ауылы ағинәйҙәренә, район үҙәгендә үткән "Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған бик матур сараны тамаша ҡылырға тура килде. Красноусол ағинәйҙәре район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Ғаилә йылы һәм 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап үткәргән был сарала ейән-ейәнсәрҙәре менән ете өләсәй ҡатнашты. Уларҙың сығыштарына, сараның юғары кимәлдә ойошторолоуына, тәрбиәүи әһәмиәтле булыуына һоҡланып ҡайттыҡ.  

Сәхнәлә – балалар
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

"Театр яҙы - 2018”
Күптән түгел Үтәк ауыл мәҙәниәт йортонда балалар менән сәхнәгә ҡуйылған "Сер тотмаҫ Өйрәк” тигән әкиәт ҡараныҡ.

Шиғри дәфтәрҙән
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Шиғри дәфтәрҙән
Яҙ айҙары
Март
Тышҡа сыҡтым, мартты күрҙем,
Илай күҙ йәшен түгеп.
Бик бәләкәс булып ҡалған,
Ултыра, бахыр, сүгеп.
Һигеҙендә кәрәк инем,
Ҡәҙерем бөттө хәҙер.
Апрель һыйҙырмай, ҡыуалай,
Һиңә бөттө ти ҡәҙер.
Апрель
Яҙғы көн ярты аҡыл тип,
Белеп әйтәләр икән.
Ҡарлы ҡатыш ямғыр яуа,
Аяҙ ине бит иртән.
Алдашырға ул оҫтарған,
Әҙер тора алдарға.
Шүрәленең ҡулын ҡыҫҡан
Туған микән Алдарға?
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 92