“Хыялға ҡаршы”
10 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

13 апрелдә Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Хыялға ҡаршы” тигән спектакль менән сығыш яһай.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың танылыу яулаған "Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән спектакль өлкәндәргә лә, балаларға ла берҙәй ҡыҙыҡлы. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана, билет хаҡы 200 һум (12+).

Өләсәйҙә ҡунаҡта
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Күптән түгел беҙгә, Ватан ауылы ағинәйҙәренә, район үҙәгендә үткән "Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған бик матур сараны тамаша ҡылырға тура килде. Красноусол ағинәйҙәре район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Ғаилә йылы һәм 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап үткәргән был сарала ейән-ейәнсәрҙәре менән ете өләсәй ҡатнашты. Уларҙың сығыштарына, сараның юғары кимәлдә ойошторолоуына, тәрбиәүи әһәмиәтле булыуына һоҡланып ҡайттыҡ.  

Сәхнәлә – балалар
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

"Театр яҙы - 2018”
Күптән түгел Үтәк ауыл мәҙәниәт йортонда балалар менән сәхнәгә ҡуйылған "Сер тотмаҫ Өйрәк” тигән әкиәт ҡараныҡ.

Шиғри дәфтәрҙән
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Шиғри дәфтәрҙән
Яҙ айҙары
Март
Тышҡа сыҡтым, мартты күрҙем,
Илай күҙ йәшен түгеп.
Бик бәләкәс булып ҡалған,
Ултыра, бахыр, сүгеп.
Һигеҙендә кәрәк инем,
Ҡәҙерем бөттө хәҙер.
Апрель һыйҙырмай, ҡыуалай,
Һиңә бөттө ти ҡәҙер.
Апрель
Яҙғы көн ярты аҡыл тип,
Белеп әйтәләр икән.
Ҡарлы ҡатыш ямғыр яуа,
Аяҙ ине бит иртән.
Алдашырға ул оҫтарған,
Әҙер тора алдарға.
Шүрәленең ҡулын ҡыҫҡан
Туған микән Алдарға?
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.

Йәшәрткес алмалар ҡартлыҡты “онотторҙо”
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Йәшәрткес алмалар ҡартлыҡты “онотторҙо”
Йәшәрткес алмалар ҡартлыҡты “онотторҙо”
Республикала өлкән йәштәгеләр араһында "Яратам һине, тормош!” фестивале алтынсы йыл рәттән уҙғарыла. Һәр йылдағыса, быйыл да  шаулап-гөрләп ижади фестивалдең район этабы үтте. 30 мартта урындарҙа һайлап алыу турында еңеүселәр район мәҙәниәт һарайына Гала-концертҡа йыйылды. Ул  "Йәшәрткес алмалар артынан” тигән исем аҫтында үтеп, ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы ҡып-ҡыҙыл "йәшәрткес” алмалар алды.
Ысынлап та, был көндө конкурста ҡатнашҡан һәр кем, оло йәштәмен тип тормай, сәхнәлә, йәш егет-ҡыҙҙарың ары торһон, дәртләнешеп бейене, йырланы. Гүйә, йәшәрткес алмалар тәьҫир иттеме, тип торорһоң.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 92