Абруйлы Шағир, оло Шәхес, изгелекле Кеше...
22 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Абруйлы Шағир, оло Шәхес,  изгелекле Кеше... 
5 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулды.
"Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелгәнгә ҡәҙәр үк инде Назар Нәжми халыҡ араһында киң танылған, яратып уҡылған, ҙур абруй  яулаған Шағир, оло Шәхес, ябай, тура һүҙле, әммә изгелекле Кеше ине. "Беҙ - Назар Нәжмиҙеке!” – тип ҡысҡырып торған характерлы, үткер телле, сағыу образдарға ҡоролған, тәрән фекерле шиғырҙарын кем генә уҡымаған да, композиторҙар менән ижади дуҫлыҡта тыуған моңло йырҙарын кемдәр генә тыңламаған икән?!

Өс сараға бағышлана
20 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

22 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм ҡаһарман яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуының 75 йыллығына арналған саралар үтә.
12.00 сәғәттә Геройҙар Аллеяһы эргәһендә тантаналы митинг, 13.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында концерт буласаҡ (12+).

Йөрәктән - йөрәккә...
16 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ – йөрәккә етә, тигән әйтем йәшәй. Республика телевизион "Йөрәк һүҙе” проекты үҙ сиктәренән ашып сығып, халыҡ байрамына әйләнде. Проекттың Гала-концертында яҡташыбыҙ Мөнир Ҡунафин улы Йәдкәр менән ҡатнашҡайны. Ә еңеүселәр – Зөлфиә Ханнанова менән ҡыҙы Гүзәл сығыштары менән залдағы ғына түгел, Интернет аша таралған яҙмалары, аҙаҡ телевидение аша бар халыҡтың күңеленә үтеп инеп тетрәтте, уйландырҙы, иңрәтте, илатты һәм шиғри һүҙҙең, башҡорт шиғриәтенең ғәйәт ҙур ҡөҙрәткә эйә икәнен күрһәтте.
Йөрәктән - йөрәккә...

Театр байрамы
16 февраля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21 февралдә Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә райондың Халыҡ театрҙарының спектаклдәре була – драма коллективтары "халыҡ” исемен яҡлай.
Тамашалар иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. Театр һөйөүселәрҙе спектаклдәр ҡарарға саҡырабыҙ (12+).

Быйыл да һынатманыҡ
16 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән яңғыҙ башҡарыусыларҙың "Сәскә ат, Башҡортостаным!” төбәк-ара вокал конкурсында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. Етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина әйтеүенсә, улар был бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Уҙған йылда конкурстың баһалама ағзаларын таң ҡалдырып, Денис Хәбибуллин, Алһыу Ғәлимова, Аделина Вафина эстрада һәм халыҡ йырҙарын юғары оҫталыҡ менән башҡарып, 1-се һәм 2-се урындарҙы алып ҡайтҡайны.
Быйыл да һынатманыҡ
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 89