“Күбәләктәр вернисаж”ында
25 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Уҡыу эскәмйәһе” акцияһын был юлы "Йәшлек” ял паркында уҙғарҙы. Төҙөкләндереү эштәре барған парк-та ҡыҙыҡлы китаптар уҡыу өсөн урын да табылды.
Кескәйҙәргә ҡуйылған кескәй йортта шунда уҡ уйнап йөрөгән балалар күбәләктәр тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Улар араһында алыҫ Сорғот ҡалаһынан, Стәрлетамаҡтан, Ишембай районынан килеүселәр ҙә бар ине. Сағыу һүрәтле китаптарҙы ҡарағандан һуң, ҡыҙҙар асфальтта "Күбәләктәр вернисажы” эшләп тә ҡуйҙылар.
Район китапханаһы.

Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәр
21 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәр
Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәр
Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәрРайон мәҙәниәт һарайы ҡарамағында эшләп килгән "Төлкәҫ” бейеү ансамбленең "Байыҡ” республика балалар телевизион бәйгеһендә үҙ йәш төркөмөндә Гран-при яулауы хаҡында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Ансамбль етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы БУРАНОВА һәм ошо уҡ бәйгелә
лауреат булған тағы ике баланың художество етәксеһе Илшат Хәтим улы ХӘБИБУЛЛИНдан бәйге тәьҫораттарын уртаҡлашыуын үтендек.

Гран-при алдылар
18 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

15 июлдә Өфөләге "Ватан” этнопаркында үткән башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың "Байыҡ”
республика балалар телевизион бәйгеһендә беҙҙең балалар ҙур уңыш яуланы.
"Төлкәҫ” бейеү ансамбле (етәксеһе  - Айгөл Буранова) 10 йәшкә тиклемге йәш төркөмөндә тулы ансамблдәр араһында төп бүләкте -  Гран-при яуланы. Ә "Быҙыбыт” өлгөлө балалар ансамбле солистары Илшат Ҡотов менән Ильвина Мөхәмәтова (художество етәкселәре – Илшат Хәбибуллин) ошо уҡ йәш төркөмөндә лауреат булдылар. Йәш артистарҙы һәм уларҙың етәкселәрен, ата-әсәләрен ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ!

"Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһе ағзалары һүҙ ала
14 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыл артынан йылдар үтә, ҡышты – яҙ, йәйҙе көҙ алмаштыра. Ағастар ҡышын төҙәнеп-биҙәнеп туй күлдәген кейһә, яҙын ап-аҡ сәскәгә күмелә, йәйен-ҡышын кешеләрҙе ҡыуандырып емеш бирә. "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаларының да әле емеш бирер сағы еткән.
Үҙнәшер юлы менән Вилдан Шәрипов – 19, Фәүзиә Ҡотлогилдина – 5, Фәрғәт Ғәлин, Миңтимер Кәримов, Флүрә Хәлилова, Фәйез Садиҡовтар берәр китап сығарһа, Илфира Шәрипова, Саимә Игелековаларға күптән үҙ баҫмаларын ҡулға алыр ваҡыт еткән. Үҙ моңо, үҙ тауышы менән берекмәлә йәштәрҙән Айгөл Кәлимуллина нығынды, быйыл матур шиғырҙарын Яугилденән Лилиә Миниязова уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итә. Әлфиә Исҡужина, Фәйрүзә Хасбулатова, Хәсән Ҡотов, Минзилә Рәхимова, Рәмил Ғимраниҙың әҫәрҙәре даими рәүештә "Табын” гәзите биттәрендә донъя күрһә, Сәриә Ибраһимова, Рәйсә Вәғизова, Рөстәм Хәлимов, Динә Хәкимова, Жәлил Мырҙабаевтарҙың да ижад емештәре иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, шиғриәтте яратыусылар күңелендә урын алыр.
Рәмзиә МОНАСИПОВА,
"Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Үткәндәре данлы, киләсәге яҡты
07 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Үткәндәре данлы, киләсәге яҡтыҮткән аҙнала Игенйылға ауылының 270 йыллығы киң билдәләнде. Ауыл халҡы был сараға алдан уҡ ентек-ле әҙерләнде – йорт-ҡура тирәләре, урам буйҙары, юлдар тәртипкә килтерелде, байрамды уҙғарыуға бағыусылар йәлеп ителде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 78