Шиғри дәфтәрҙән
04 января 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡыш бабайҙың яңы мажаралары
28 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

- Дә-ә-ә, уҙа ғүмерҙәр, - тип үҙ алдына һөйләнде Сәйфи. – Яңы йыл да етеп килә.
Ҡатыны әйләнеп ҡарамай ғына:
- Әллә быйыл Яңы йыл булмаҫ тип уйлағайныңмы? – тине, былтырғы хәлгә төрттөрөп.
Донъя бөтә икән тип, шик-шөбһәлә йөрөгән көндәрен иҫенә төшөрҙө Сәйфи.

Һуғыш үтте, һағыш ҡалды
21 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һуғыш үтте, һағыш ҡалдыКурск алышының 70 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, Курск ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивален асыу тантанаһы үткәйне.
"Еңеү салюты” фестивале 2015 йылдың икенсе яртыһында Мәскәүҙә театрлаштырылған гала-концерт менән тамамланасаҡ. Ошо фестиваль сиктәрендә 13 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында "Еңеү салюты” смотр-конкурсы үтте. Унда районыбыҙ ауылдарынан үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре, төрлө ансамблдәр, коллективтар, халыҡ театрҙары ҡатнашты.

Өмөтлө ҡәләм
07 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡыш
Бөтә ер ап-аҡ булған,
Бөтә ерҙе ҡар япҡан.
Урманда ағастар ҙа
Ҡышҡы йоҡоға талған.
Айыу йоҡлай өңөндә
Табанын имә-имә,
Ҡуян кейгән аҡ тунын,
Ҡыш килеп еткәс кенә.

Күңеле тулы моң ғына
07 декабря 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңеле тулы моң ғынаКүңел ҡылдарына сиртеп, хистәрҙе сайпылдырып сихри ҡурай моңо ағыла. Зал тын ҡалып ошо илаһи моңдо тыңлай. Был мәлдә донъя мәшәҡәттәре бөтөнләй онотолоп, уй-тойғолар серле киңлеккә, хыялдағы иң бейек йондоҙҙарға ынтыла. Ҡурай моңо залдың таш стеналары аша үтеп алыҫ-алыҫтарға тарала һымаҡ. Көҙгө елдәр уны ялан-ҡырҙарға, урман-тауҙарға алып китә. Ошо моңда әллә ҡасан, үткән заманда булып үткән хәл-ваҡиғалар ҙа, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәктең үҙе лә сағылып ҡалғандай. Тамаша залындағы кешеләр генә түгел, бар йыһан иҫе китеп тыңлай кеүек бөгөн ҡурай моңон.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 77 78 79 80 81 82 83 84 85 ... 92